Ашҡаҙар
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
6 Июнь 2023, 15:33

Луганск Халыҡ Республикаһынан бер төркөм балалар Башҡортостанға ял итергә килде

Луганск Халыҡ Республикаһынан 297 бала Башҡортостанға йәйге ялға килде. Был иһә Донбасс төбәктәренән килгән балаларҙың икенсе төркөмө, тип хәбәр итте үҙенең телеграм-каналында Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин.

Луганск Халыҡ Республикаһынан бер төркөм балалар Башҡортостанға ял итергә килде
Луганск Халыҡ Республикаһынан бер төркөм балалар Башҡортостанға ял итергә килде

«Мәләүез районының «Йәшел имәндәр» һәм «Дуҫлыҡ» балалар һауыҡтырыу лагерҙарында Луганск Халыҡ Республикаһының Красный Луч ҡалаһынан 297 бала өсөн беренсе смена асылды.

Лагерҙарҙа балаларҙың сифатлы ялы өсөн барлыҡ шарттар ҙа булдырылған: уңайлы йоҡо корпустары, тренажерҙар менән спорт майҙансығы, уйын зонаһы, йәйге сәхнә урынлашҡан ҙур биләмә. Балаларҙы күп милләтле мәҙәниәтебеҙ менән таныштырыу өсөн республикабыҙҙың иҫтәлекле урындары буйлап экскурсиялар ойошторола.

Башҡортостанда ял итеү ҡунаҡтарыбыҙға бик күп тәьҫораттар бүләк итер, улар ваҡытын файҙалы үткәрер һәм уҡыу йылы алдынан көс йыйыр тип ышанам», — тип яҙҙы министр.

 

Башинформ.

Автор:
Читайте нас: