Радий Хәбиров регистратура, участка терапевы кабинеты, процедура һәм стоматология кабинеты эше менән танышты, операция бүлмәһен, УЗИ, функциональ диагностика, гастроскопия кабинеттарын ҡараны.
Поликлиника яңы медицина ҡорамалдары, шул иҫәптән КТ, маммограф, рентген, эксперт кимәлендәге УЗИ, эндоскопия ҡорамалы, оториноларинголог, офтальмолог һәм башҡа белгестәр өсөн ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Дауалау учреждениеһында стоматология кабинеты һәм дарыухана пункты (шулай уҡ льготалы дарыуҙар менән тәьмин итеү өсөн) эшләй.
9-сы дауахананың баш табибы Марсель Зарипов һүҙҙәренсә, бинаның майҙаны - 13,3 мең квадрат метр.
Бында Өфө ҡалаһының Ленин районында йәшәгән 41 мең кешегә - 26 мең өлкән кешегә һәм 15 мең балаға табип ярҙамы күрһәтелә.
«Киләсәктә поликлиникаға яҡындағы Өфө районы халҡын беркетергә ниәтләйбеҙ. Поликлиника сменаһына 900 кешене ҡабул итергә һәләтле: 400-ө - өлкәндәр блогында, 350-һе - балалар блогында һәм 150-һе - ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһында. Бина функцияһы буйынса айырым инеү урыны булған өс блоктан тора», - тип билдәләне баш табип.
Республика етәксеһе терапевтар, педиатрҙар һәм тар йүнәлешле белгестәр менән аралашҡанда быға тиклем уларҙың ниндәй шарттарҙа пациенттарҙы ҡабул итеүе һәм эшләүе менән ҡыҙыҡһынды, уларҙы яҡынлашып килгән һөнәри байрамы менән ҡотлап, уңыштар теләне.
Башинформ.