Ашҡаҙар
-14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
18 Июнь 2023, 13:50

ИҢ ЯҠШЫ ОНКОЛОГ СТӘРЛЕТАМАҠТА ЙӘШӘЙ!

Табын әҙер, ҡунаҡтар йыйылған, хужаны ҡотларға көтәләр... Хужа кеше үҙе лә өҫтәл артына яҡынлаша. Шул саҡ телефон шылтырай, бәйәнештең теге осонда таныш тауыш – коллегаһы: “Рәил Фәйзуллович, ике сәғәт элек килтерҙеләр. Ашҡаҙан. Ҡанды туҡтатып булмай...” “Хәҙер килеп етәм!” Ҡунаҡтар был һүҙҙәрҙе тыныс ҡабул итә, сөнки улар белә – Рәил Фәйзулла улы Гиппократ антына тоғро табип, уның өсөн тәү сиратта – Кеше ғүмере һәм һаулығы!

ИҢ ЯҠШЫ ОНКОЛОГ СТӘРЛЕТАМАҠТА ЙӘШӘЙ!
ИҢ ЯҠШЫ ОНКОЛОГ СТӘРЛЕТАМАҠТА ЙӘШӘЙ!

Билдәле, ҡунаҡтар менән был көндө инде осрашып булмай, сөнки Стәрлетамаҡ ҡала дауаханаһы онкологы Рәил Ғарифуллин һигеҙ сәғәт дауамында пациентының “тыуған көнөндә” була – үлем менән йәшәү араһында сирле
был көндө, ысынлап та, әйтерһең яҡты донъяға киренән тыуа... Ә бит бындай осраҡтар табиптың утыҙ йыллыҡ тәжрибәһендә нисә тапҡыр булған! Ваҡыты, шәхси тормошо менән шулай иҫәпләшмәй кеше ғүмере һағында
тора ул! Эйе, кеше һаулығы ғына түгел, ғүмере һағында, сөнки онкологияның ҡул ауырыттырыуға ғына тиң түгеллеген барыбыҙ ҙа яҡшы аңлайбыҙ!..

Хәйер, онколог-хирург Рәил Фәйзулла улын пациенттары ошондай яуаплы булған өсөн генә хөрмәт итмәй, уның һәләте, оҫталығы күптәрҙе ҡотҡарырға, аяҡҡа баҫтырырға ярҙам иткән. Был авторҙың геройына ҡарата һоҡланыу һүҙҙәре түгел, ә хаҡиҡәт – пациенттары фекере. Уны мәҡәлә уҡыусы үҙе лә тикшереп ҡарай ала: интернетты асып, “онколог Рәил Ғарифуллин” тип яҙһаң, меңәрләгән матур теләктәргә, рәхмәт һүҙҙәренә юлығаһың, бигерәк тә, киң билдәле
һүҙҙәр: “Врач от Бога!” тиелгән. Эйе, Хоҙай тарафынан ебәрелгән ҡурсалаусы һымаҡ – бында артығын яҙып тороу ҙа кәрәкмәйҙер!

Йәнә бер ваҡиға: ауыл кисе, малайҙар туп тибә, ҡыҙҙарҙың сәсен тарта, тик бер йортта ғына – Ишембай районы Үрге Әрмет ауылында бер үҫмер өйҙә – Рәил ул, медицина буйынса имтиханға әҙерләнә, контроль эштәр эшләй. Шулай бала саҡтан табип буласаҡмын тип маҡсат ҡуя егет. Хәйер, хәрби хирург булырға хыяллана ул.

Әммә илдә буталыштар китә, ил тарҡала һәм әңгәмәсем, республиканың ул саҡтағы медицина институтын тамамлағас, Стәрлетамаҡта төпләнә. Башҡортостандың көнъяҡ төбәге халҡы бәхетенә, тип өҫтәһәк тә артыҡ булмаҫтыр, сөнки уға дауаланырға, ҡаралырға ҡала кешеләре генә түгел, бөтә көньяҡ медицина округы пациенттары ла килә. Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау отличнигы, юғары категориялы табип хеҙмәт юлын ҡалала балалар онкологы булып башлай,

Стәрлетамаҡта ошо өлкәлә юл ярыусыларҙың һәм эште яйға һалыусыларҙың береһе була. Һуңғараҡ (хәҙер инде элекке) 1-се ҡала дауаханаһына эшкә күсә һәм әле лә ошо учреждениела эшен дауам итә.

Әйткәндәй, Рәил Фәйзулла улы күптән түгел “Иң яҡшы йыл табибы” республика конкурсында ҡатнашып, призер булды. Ҡотлайбыҙ һәм уға уңыштар теләйбеҙ! Ә шулай ҙа... иң юғары баһаны конкурстан бигерәк халыҡ ҡуя: бая әйткәнсә,
рәхмәтле пациенттар: “Иң яҡшы онколог Стәрлетамаҡта йәшәй!” тиҙәр. Халыҡ әйтһә, хаҡ әйтә бит!

Рәмил МАНСУРОВ.

Автор:
Читайте нас: