Ашҡаҙар
+20 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
19 Июнь 2023, 10:08

Башҡортостанда 25 мең медицина хеҙмәткәре махсус социаль түләүҙәр ала

Башҡортостанда ай һайын 25 мең медицина хеҙмәткәренә махсус социаль түләүҙәр күсерелә. Йыл башынан алып ошо маҡсатҡа 769 миллион һум тотонолған. 

Башҡортостанда 25 мең медицина хеҙмәткәре махсус социаль түләүҙәр ала
Башҡортостанда 25 мең медицина хеҙмәткәре махсус социаль түләүҙәр ала

Был турала Рәсәй социаль фондының республика буйынса бүлексәһенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итте.

Төп хеҙмәт хаҡына өҫтәмәләр һаулыҡ һаҡлау өлкәһенең беренсел звеноһы табиптары һәм белгестәре, район дауаханаларында, шулай уҡ ашығыс ярҙам станцияларында һәм бүлексәләрендә эшләгән табиптар өсөн тәғәйенләнгән. Өҫтәмә түләүҙең суммаһы 4,5 меңдән 18,5 мең һумғаса тәшкил итә.

Башинформ.

Автор:
Читайте нас: