Ашҡаҙар
0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
12 Июль 2023, 16:45

Аҡ халатлыларға аҡ юл теләп

Быйылғы уҡыу йылында  Стәрлетамаҡ медицина колледжын 233 студент тамамланы, шуларҙың 45-е –Ҡыҙыл дипломға. Улар дүрт йүнәлеш тә: дауалау эше, акушер,шәфҡәт туташы һәм фармация буйынса  дипломлы белгес булдылар. Хәҙер кемдер эшкә урынлаша, кемдер артабан белемен камиллаштырасаҡ инде.

Ә әлегә уларҙың был шатлығын уртаҡлашырға ҡала хакимиәте башлығы  Рөстәм Ғәзизов, БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының

 иҡтисади анализ, фаразлау һәм контроль идараһы начальнигы Ольга Мартыненко,  БР Башлығы советнигы, Рәсәй Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты, БР  Фәндәр академияһы академигы  Вил Тимербулатов һәм медицина колледжы директоры Вил Ибраһимов килгәйне. Улар колледжды тамамлаусыларға  һөнәри уңыштар теләне һәм  ирешкәндәрҙә туҡталып ҡалмаҫҡа өндәне.

- Стәрлетамаҡ медицина колледжы 1935 йылдан алып эшләй һәм бында уҡып сыҡҡан квалификациялы белгестәрҙең һаны йылдан-йыл арта бара. Был уҡыу йортоноң ихтыяж менән ҡулланылыуы һәм абруйлы булыуы хаҡында һөйләй. Йыл һайын уҡытыусылар медицина йүнәлешендәге ысын белгестәрҙе  әҙерләй һәм шул рәүешле Стәрлетамаҡ медицина округы дауалау учреждениеларының хеҙмәт сафтарын тулыландыра. Мин һеҙгә ҙур уңыштар һәм,  ирешкәндәрҙә генә туҡталып ҡалмайынса,  ысын профессионалдар булыуығыҙҙы теләйем, - тине Рөстәм Фәрит улы.

Ә Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан килгән  Ольга Александровна  сығарылыш студенттарына, буласаҡ медицина хеҙмәткәрҙәренә рәхмәтле пациенттар теләне. Шулай уҡ  белемдәрҙе генә түгел, ә күңелле студент йылдарын иҫтә ҡалдырырға кәңәш бирҙе. БР Башлығы кәңәшсеһе Вил Тимебулатов  беҙҙең республикала  62 меңдән ашыу медицина хеҙмәткәрҙәре булыуын билдәләп үтте. Хәҙер инде дипломлы белгестәрҙең дә ошо ҙур медицина командаһы эсендә булыуҙарын әйтте. Ә Стәрлетамаҡ медицина колледжының Башҡортостанда иң алдынғы уҡыу йорттарының береһе булыуын билдәләп үтте.  Ул, шулай уҡ, белем биреү учреждениеһы етәкселегенә Башҡортостан Республикаһы Башлығының  рәхмәтен еткерҙе. Ә дауалау эше йүнәлеше буйынса диплом алған Никита Моисеев бөтә  сығарылыш студенттары исеменән колледж етәкселегенә һәм уҡытыусыларға сифатлы белем биргәндәре өсөн рәхмәт әйтте. Колледж директоры Вил Ибраһимов ҡалабыҙҙың медицина учреждениелары етәкселәренә буласаҡ белгестәргә эш урындарын алдан уҡ  булдырғандары өсөн рәхмәт белдерҙе. Ул шулай уҡ сарала ҡатнашҡан юғары ҡунаҡтарға планшеттар бүләк итте. Аҡ халатлы белгестәргә аҡ юл теләргә генә ҡала.

Римма ҒӘЛИМОВА.

Фото ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте сайтынан алынды.

Аҡ халатлыларға аҡ юл теләп
Аҡ халатлыларға аҡ юл теләп
Автор:Римма Галимова
Читайте нас: