Ашҡаҙар
0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
3 Август 2023, 12:54

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар шифахана һәм курорттарҙа дауалау буйынса һорауҙар бирә ала

Башҡортостандың ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры Наталья Полянская, Һаулыҡ һаҡлау министрлығының балаларға медицина ярҙамын ойоштороу һәм бала табыуға ярҙам күрһәтеү бүлеге етәксеһе Резида Макулова, Һаулыҡ һаҡлау министрлығының санаторий-курорт дауалауы буйынса штаттан тыш баш белгесе Артур Ғәлиуллин онлайн-осрашыу барышында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға шифахана һәм курортта дауалау буйынса һорауҙарға яуап бирәсәк.

Осрашыу 4 август 19:30 сәғәттә башлана, ҡатнашыу өсөн теркәлергә кәрәк: https://vk.cc/cpSJqM. Теркәлеү өсөн форма тултырығыҙ, шунан һуң электрон почтағыҙға трансляциялауға тоташыу өсөн һылтанма килә. 

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, был төбәк ташламаһы һәм уны тормошҡа ашырыуға 2023 йылда республика бюджетынан 100 миллион һум бүленгән.

Шифаханаға бушлай путевка менән махсус хәрби операция зонаһында булған ирекмәндәр, мобилизацияланғандар, контракт менән хеҙмәт итеүселәр, махсус операция биләмәһендә булған полиция һәм Рәсәй гвардияһы хеҙмәткәрҙәре файҙалана ала.

Дауаланыу ваҡыты - 14 көн, туҡланыу - стандарт буйынса.

Программала Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә урынлашҡан 13 шифахана ҡатнаша.

Башҡортостан Республикаһы Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы белгестәренән 8 (347) 218-02-11 телефоны буйынса өҫтәмә һорауҙарға яуап алырға мөмкин.

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Автор:Эльдар Фаттахов
Читайте нас: