Йәйге каникулдар уҡыусылар өсөн күңелле ял булып тора, балалар һыу буйына бара, спорт майҙансыҡтарында уйнай, самокат, велосипедтарҙа йөрөй. Әммә ял ваҡыттында уяулыҡты ла оноторға ярамай, сөнки бәлә аяҡ аҫтында тигән кеүек көтмәгәндә бәлә сығыуы ла мөмкин. Статистикаға ҡарағанда тап каникулдар мәлендә балалар менән бәйле юл-транспорт ваҡиғалары һаны арта. Быға бәйле ҡала прокуратураһы хеҙмәткәрҙәре, ҡала хакимиәте, "Тимер ендәр" (Стальные призраки) мотоцикл клубы балаларға юлда йөрөгән саҡта хәүефһеҙлек сараларын үтәргә кәрәклеген аңлатып үтте.
- Беҙ һәр ваҡыт балаларға ҡарата, уларҙың хоҡуҡтары үтәлеүе яҡлы. Был әлбиттә юлда ғына түгел, тормошта булған һәр осраҡтарға ла ҡағыла. Ә был сараға килгәндә, беҙ бер нисә йыл балалар йортонда тәрбиәләнгән, ата-әсә ҡарауынан мәхрүм булған балалар өсөн ойоштора торған инек. Быйыл формат үҙгәрҙе, ул ҙурайҙы теләгән һәр уҡыусы бала был сарала ҡатнаша ала, бөгөн дә бында Стәрлетамаҡ районы һәм Стәрлетамаҡ ҡалаһының балалар йорто тәрбиәләнеүселәре бар. Беҙ уҡыусыларға полиция хеҙмәткәрҙәре, хәрби ҡорал, транспорт менән ентекләберәк таныштырырға теләнек, - тине ҡала прокуроры Дмитрий Коровкин.
Ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Павел Шорохов та уҡыусыларға хәүефһеҙ ялдар теләне һәм барыһының да яңы уҡыу йылына көс туплап, имен-һау килеүҙәрен теләне. ЮХХДИ инспекторы Андрей Демин бындай сараларҙы йыш ойоштороп торорға һәм кескәйҙәрҙең юлда үҙҙәрен нисек тоторға кәрәклеген һәр ваҡыт иҫләтеп тороуы мөһимлеген әйтеп үтте.
Сараны ижади коллективтарҙың йыр-моңдары, бейеүҙәре менән күңелле үтте.