Был хаҡта туберкулезға ҡаршы диспансерҙың Стәрлетамаҡ филиалы хәбәр итә. Акцияның төп бурысы – туберкулез менән сирләүҙе һәм үлемде кәметеү, туберкулезды иртә асыҡлау һәм дауалауҙың һөҙөмтәлелеген арттырыу. Туберкулезға ҡаршы диспансерҙың Стәрлетамаҡ филиалы территориаль инфекция усаҡтарында дистанцион эш алып бара, тикшереүҙәрҙе анализлай һәм һөҙөмтәләрҙе пациенттың электрон медицина картаһына индерә, улар «Дәүләт хеҙмәттәре» порталында күрһәтелә (өлкәндәрҙең һәм үҫмерҙәрҙең флюорографияһын ҡарау, туберкулезды иммунодиагностикалау, вакцинация, балалар өсөн БЦЖ ревакцинацияһы үткәреү). Медицина күрһәтмәләре буйынса, табип-фтизиатр һеҙҙе үҙенә ҡабул итеүгә саҡыра һәм яҙып ала, Ә барып күренергә мөмкин булмаһа, «Дәүләт хеҙмәттәре» порталында бынан баш тартырға мөмкин. Акция күптәрҙең һаулығын анализларға, сир йоҡтороу хәүефен асыҡларға һәм ваҡытында ҡабул итергә мөмкинлек бирә.