Ашҡаҙар
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
13 Сентябрь , 13:30

КИҘЕҮҘӘН ҺАҠЛАНЫУ ӨСӨН…

Көҙ етеп уҡыуҙар башланыу менән балалар баҡсаһына йөрөгән балаларҙың, мәктәп уҡыусыларының ғына түгел, өлкән йәштәгеләрҙең дә  дауахана-поликлиникаларға юлы йышайҙы… Стәрлетамаҡ ҡалаһының 1-се ҡала клиник дауаханаһының эпидемиология бүлеге мөдире Лилиә Рәхмәтулла ҡыҙы ТУҠТАРОВА менән әңгәмәбеҙ ошо көтөлмәгән вирустан, сирҙән  нисек һаҡланырға кәрәклеге тураһында.

КИҘЕҮҘӘН ҺАҠЛАНЫУ ӨСӨН…
КИҘЕҮҘӘН ҺАҠЛАНЫУ ӨСӨН…

– Көҙ еттеме, йоҡа кейенгәндәнме, әллә уйламаған ерҙән сир йоҡтороп, бигерәк тә бала-саға киҙеү менән ауырый башлай. Әлеге ваҡытта ниндәй профилактик саралар башҡарыла?

– Башҡортостан Республикаһында миҙгелле киҙеүгә ҡаршы күмәк иммунизация башланды. Вакциналар составы быйыл көткән грипп штамдары буйынса Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы фаразы нигеҙендә һайланған. 2024-2025 йылдар миҙгелендә А тибындағы, В тибындағы грипп вирусы, яңы короновирус инфекцияһы вирусы (СОVID-19 ОМИКРОН-штамының яңы варианттары), шулай уҡ грипп этиологияһы булмаған башҡа вирустар штамдары әйләнәсәк. Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы эксперттары Рәсәйгә грипҡа ҡаршы вакцина составына А грипы вирусы штамын (шул иҫәптән  НINI, Н3N2) Һәм В грипы вирусын тәҡдим итә.

Беҙҙең дауаханаларҙа ла был эш башландымы?

 – 1-се ҡала ҡала дауаханаһы поликлиникаһы ҡала хакимиәте менән берлектә грипҡа ҡаршы вакцинацияға саҡыра. Бөгөнгө көнгә өлкәндәр өсөн 3-валентлы Совигрипп, Флю М вакциналары килтерелгән. Шулай уҡ мәктәпкәсә йәштәге балаларҙы, 1-4-се класс уҡыусыларын һәм йөклө ҡатындарҙы иммунизациялау өсөн 4 валентлы Ультрикс Квадри вакцинаһы алына. Грипҡа ҡаршы прививка яһатыу өсөн участка терапевтарына һәм педиатрҙарға мөрәжәғәт итергә кәрәк.

Прививканы ҡайҙа һәм ҡасан эшләтергә мөмкин?

 - Прививка  эшләү  кабинеттарының  эш графиғы 8.00 сәғәттән башлап 16.00 сәғәткә тиклем ҡайтып ҡала, тәнәфес 12.00 сәғәттән 12-30 сәғәткә тиклем. Шәмбе, йәкшәмбе – ял көндәре.  Йәшәгән урындарға ҡарап түбәндәге адрестар буйынса барырға кәрәк:

- 1-се Корпус. (Коммунистик урамы, 91), 107-се бүлмә;

- 2-се Корпус. (Халтурин урамы, 103), 206-сы бүлмә;

- 3-сө Корпус.(Патриотик урам, 59), 107-се бүлмә;

- 4-се Корпус. (Тимер юл урамы, 32), 215-се бүлмә;

- 5-се Корпус.(Артем урамы, 121)  каб. 114-се бүлмә;

- 6-сы Корпус (Ленин проспекты, 30г), 217-се бүлмә;

- 1-се балалар поликлиника бүлеге (Патриотик, 59), 329-сы бүлмә;

- 3-сө  балалар поликлиникаһы бүлексәһе  (Юлаев урамы, 4), 28-се бүлмә.

Пофилактиканың иң һөҙөмтәле ысулын билдәләп үтһәгеҙ ине..

- Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, грипҡа ҡаршы вакцинация иң һөҙөмтәле профилактика ысулы булып ҡала. Грипп юғары вирулентлыҡ организм буйлап тиҙ таралыу, ауыр өҙлөгөүҙәр тыуҙырыу һәләте менән айырылып тора. Хәүеф төркөмөнә бәләкәй балалар, йөклөләр, хроник кардиологик һәм пульмонологик патологиялы пациенттар инә.

– Тағы ла ниндәй иҫкәртеү сараларын үтәргә кәңәш итәһегеҙ?

 – Шулай уҡ иҫкәртеү саралары тураһында ла онотмайбыҙ:

- Тирә-яҡ әйберҙәрҙең, бигерәк тә гаджеттарҙың таҙалығын күҙәтеү.

- Ҡулдарҙы һабын менән йыуыу, йышыраҡ антисептик саралар ҡулланыу.

- Йүткергәндә  һәм йүтәлләгәндә  ауыҙҙы һәм танауҙы салфетка йәки яулыҡ менән ҡапларға.

 - Күп кеше йыйылған урындарға аҙыраҡ йөрөргә кәрәк, вирус инфекциялары тарала торған осорҙа битлектә булыу яҡшыраҡ.

- Үҙ рационығыҙға күберәк йәшелсә һәм емеш-еләк индерергә.

- Йышыраҡ саф һауала йөрөргә, һауа торошона ҡарап кейенергә.

- Биналарҙа даими рәүештә дымлы таҙартыу үткәрегеҙ.

- Насар хәлдә өйҙә ҡалырға һәм табип саҡырырға кәрәк.

 - Үҙ-үҙеңде дауалау менән шөғөлләнмәү, табип тәғәйенләғән  дарыуҙарҙы ғына ҡабул итегеҙ. Белгестәрҙең кәңәштәрен үтәгеҙ һәм сәләмәт булығыҙ!

– Әлбиттә, гәзит уҡыусыларыбыҙ һеҙҙең кәңәштәргә ҡолаҡ һалырҙар.

Римма ҒӘЛИМОВА яҙып алды.

КИҘЕҮҘӘН ҺАҠЛАНЫУ ӨСӨН…
КИҘЕҮҘӘН ҺАҠЛАНЫУ ӨСӨН…
Автор:Римма Галимова
Читайте нас: