Ашҡаҙар
-18 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
26 Март 2025, 12:00

Талпан вирусы энцефалиты

Талпан энцефалиты - киҫкен инфекцион вирус ауырыуы, башлыса үҙәк нервы системаһы зарарлана. Ауырыуҙың эҙемтәләре тулыһынса һауығыуҙан алып инвалидлыҡҡа һәм үлемгә килтереүе ихтимал. Ҡалабыҙҙың 1-се дәүләт клиник дауахананың эпидемиололгия бүлеге мөдире Лилиә Рәхмәтулла ҡыҙы менән әңгәмәбеҙ ошо хаҡта.

Талпан вирусы энцефалиты
Талпан вирусы энцефалиты

-Талпан ҡаҙалыуын кеше шунда уҡ тоямы?

- Ауырыу тыуҙырыусы арбовирус кешегә вирус йоҡторған талпан ҡаҙалыуҙың тәүге минуттарында уҡ йоға, ул урмандарҙа, урман парктарында, шәхси баҡса участкаларында булғанда эләгә; талпандарҙы хайуандар (эттәр, бесәйҙәр) йәки кешеләр кейемдәр, сәскәләр, ботаҡтар һ. б. нәмәләр аша ла һеңдерергә мөмкин.

Вирус шулай уҡ  талпан ҡыҫылғанда тирене ышҡығанда йәки тешләгән урынды тарағанда, шулай уҡ, кәзәләрҙең (йышыраҡ) ҡайнатылмаған һөтөн эскәндә, һыйырҙарҙың күпләп талпан һөжүм иткән осорҙа вирусы һөттә булыуы мөмкин. Шуға күрә талпан энцефалиты буйынса имен булмаған территорияларҙа был продуктты ҡайнатылғандан һуң ғына ҡулланырға кәрәк. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: һауылған һөт кенә түгел, унан әҙерләнгән аҙыҡ-түлек тә йоғошло.

- Сирҙең төп билдәләре ниндәй?

- Сиргә талпандарҙың әүҙемлеге осоро менән бәйле яҙғы-көҙгө миҙгеллелек хас. Инкубация (йәшерен) осоро йышыраҡ 10 - 14 көн дауам итә, 1 көндән 60 көнгә тиклем һуҙыла. Сир киҫкен башлана, һыуыҡ тейеү, көслө баш ауыртыу, температураның 38-39 градусҡа тиклем күтәрелеүе, күңел болғаныуы, ҡоҫоу менән оҙатыла. Мускул ауыртыуҙары борсой, улар йыш ҡына муйын һәм яурын, күкрәк һәм бил бүлегендә, аяҡ-ҡулдарҙа һиҙелә.

- Зарарланыу кемгә нығыраҡ хас?

Йәше һәм енесенә ҡарамай, бөтә кешеләр ҙә талпан энцефалиты менән зарарланыуға бирешә. Иң ҙур хәүефкә урман сәнәғәте хужалыҡтары, геологик разведка хеҙмәткәрҙәре, автомобиль һәм тимер юлдарҙа, нефть һәм газ үткәргестәрҙә эшләүселәр, электр тапшырыу линияларын төҙөүселәр, топографтар, һунарсылар, туристар дусар була. Ҡала халҡы ҡала яны урмандарында, урман парктарында, баҡса участкаларында зарарлана.

 - Вируслы талпан энцефалитынан нисек һаҡланырға?

- Талпан энцефалиты менән сирләүҙе специфик булмаған һәм специфик профилактика ярҙамында иҫкәртергә мөмкин. Специфик булмаған иҫкәртеү махсус һаҡланыу костюмдарын (айырым контингенттар өсөн) йәки яға һәм обшлаг аша талпандарҙың шыуыуына юл ҡуймаҫлыҡ ҡулайлаштырылған кейемде ҡулланыуҙы үҙ эсенә ала. Күлдәктең оҙон еңдәре булырға тейеш, уларҙы ҡултыҡтарҙа резина менән нығыталар. Күлдәкте салбарға, салбарҙың осон ойоҡбашҡа һәм итеккә һалалар. Башын һәм муйынын башлыҡ менән ҡаплайҙар.

 

- Вируслы талпан энцефалитына ҡаршы прививканы ҡайҙа һәм нисек яһарға?

-Эндемик усаҡтарҙа эшләгән йәки унда киткән айырым һөнәр эйәләренә (командировкаға ебәрелгәндәргә, төҙөлөш отрядтары студенттарына, туристарға, ял итергә килгән йәки баҡса участкаларында эшләгәндәргә) талпан энцефалитынан прививкалар терапевтҡа һәм педиатрға мөрәжәғәт итеп, йәшәгән урынындағы поликлиникаларҙа яһатырға мөмкин.

 

 - Тәүге вакцинацияны үткәреү ваҡыты (планлы һәм ашығыс) нисек билдәләнә?

 - Беренсе (планлы/ашығыс) - 0 вакцинация көнө; икенсе (планлы/ашығыс) беренсе вакцинациянан һуң 17 айҙан һуң (планлы вакцинация осрағында), һәм беренсе вакцинациянан һуң 2 аҙнанан һуң (ашығыс вакцинация осрағында); Ревакцинация үткәреү ваҡыты: икенсе вакцинациянан һуң 12 ай үткәс, артабан иммун күҙәнәктәренең тотороҡлолоғон һаҡлау өсөн һәр 3 йыл һайын. йыл һайын. Шуны иҫтә тотоу мөһим: талпан энцефалитына ҡаршы прививка яһау курсын имен булмаған территорияға сығыуға 2 аҙна ҡалғас тамамларға кәрәк.

-Талпан ҡаҙалған осраҡта нимә эшләргә һәм ҡайҙа мөрәжәғәт итергә?

- Өлкәндәргә - ҡала травматология пунктына (Коммунистик урамы, 24-се йорт), балаларға-ҡала балалар травматология пунктына (Коммунистик урамы, 82-се йорт) мөрәжәғәт итергә.  Ә инде талпанды һаҡ ҡына төшөрөргә кәрәк, сөнки һабы өҙөлмәй, ул ҡаҙалғанда ныҡ кереп ултыра.

Талпанды алып ташлағанда түбәндәге кәңәштәрҙе үтәргә кәрәк: талпанды пинцет йәки таҙа марля менән уралған бармаҡтары менән мөмкин тиклем ауыҙ аппаратына яҡыныраҡ тотоп, тешләү өҫтөнә перпендикуляр тотоп, талпандың тәнен күсәр тирәләй әйләндереп, тире ҡатламынан сығарырға, тешләгән урынды ошо маҡсатҡа яраҡлы теләһә ниндәй сара (70% спирт, 5% йод, одеколон)менән дезинфекцияларға кәрәк. Талпанды сығарғас ябыла торған ҡапҡаслы банкаға һалып, тикшереү өсөн Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы «Башҡортостан республикаһында гигиена ҙәм эпидемиология үҙәге» федераль һаулыҡ һаҡлау учреждениеһы лабораторияһына алып барырға. Адресы: Стәрлетамаҡ ҡалаһы, Революция урамы, 2а (тикшереү түләүле). Талпанды алғандан һуң ҡулдарҙы һабын менән ентекләп йыуырға кәрәк. Талпан тешләүенән зыян күргән 18 йәштән өлкәндәргә талпандарҙа иммунофермент анализы (ИФА) ысулы менән КВЭ вирусы антигенын йәки вирус РНК-һын полимераз сылбырлы реакция (ПЦР) ысулы менән лабораторияла тапҡанда, КВЭ-ға ҡаршы прививкалар яһалмаған, прививкалар курсы тулы булмаған, вакциналь курста етешһеҙлектәре булған кешеләргә прфилактик прививкалар тураһында документаль раҫлауҙары булған талпан һурҙырылғандан һуң 72 сәғәт эсендә зыян күреүсе иҫәбенә алынған талпанға ҡаршы иммуноглобулин менән ашығыс ярҙам күрһәтелә.

КВЭ-ға ҡаршы прививка яһатмаған 18 йәшкә тиклемге кешеләргә ҡаланың балалар травматология пунктында (Коммунистик урамы, 82-се йорт) талпанды тикшереү һөҙөмтәләрен иҫәпкә алмайынса иммуноглобулин профилактикаһын үткәрергә кәрәк.

Әңгәмәне Римма ҒӘЛИМОВА ҡорҙо.

Талпан вирусы энцефалиты
Талпан вирусы энцефалиты
Автор: Римма Галимова
Читайте нас