Ашҡаҙар
-18 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
27 Март 2025, 17:35

Беҙҙең ғүмерҙәрҙе оҙонайтып…

“Башҡорт оҙон ғүмерлелеге” программаһында яңы саралар барлыҡҡа киләсәк.

Беҙҙең ғүмерҙәрҙе оҙонайтып…
Беҙҙең ғүмерҙәрҙе оҙонайтып…

2025 йылдан “Башҡортостан оҙон ғүмерлелеге” проекты “Ғаилә” милли проектының “Өлкән быуын” федераль проектын бойомға ашырыу маҡсатында ҡабул ителгән, шул уҡ исемле төбәк программаһы сиктәрендә тормошҡа ашырыласаҡ. Башҡортостан хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова хәбәр итеүенсә, программала яңы саралар барлыҡҡа киләсәк: оҫталыҡ дәрестәре, финанс грамоталылығы буйынса консультациялар, студенттар отрядтары менән тематик саралар, көндөҙгө үҙәктәр ойоштороу һәм башҡалар.

2024 йылда программаның төрлө сараларында 470 меңдән ашыу кеше, шул иҫәптән, физкультура һәм спорт йүнәлешендә Стәрлеиамаҡтан 3062 кеше йәки республиканың өлкән йәштәге кешеләренең яртыһы ҡатнашҡан. Программаға күберәк йәлеп ителеү өсөн муниципалитеттарҙа үткәрелгән бөтә саралар тураһында әүҙемерәк мәғлүмәт биреү талап ителә. Ленара Иванова һүҙҙәренсә, был йүнәлештә эште көсәйтергә кәрәк. Бынан тыш, проекттың интернет-порталын камиллаштырыу, бында күрһәтелгән мәғлүмәтте актуалләштереү планлаштырыла.

Р.ҒӘЛИМОВА.

Беҙҙең ғүмерҙәрҙе оҙонайтып…
Беҙҙең ғүмерҙәрҙе оҙонайтып…
Автор: Римма Галимова
Читайте нас