Ашҡаҙар
-18 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
9 Апрель 2025, 10:50

Хатта баш мейеһе лә шешеүе ихтимал!

Ҡыҙылса – дөйөм интоксикация, күҙ, танау-ҡарын, өҫкө тын алыу юлдары яғынан шешеү күренештәре, сабыртҡы менән билдәләнгән киҫкен инфекцион ауырыу. Ҡыҙылса тыуҙырыусы вирус тышҡы мөхиттә тотороҡһоҙ: бүлмә температураһында 56 сәғәт эсендә һәләк була. Сирҙең берҙән-бер сығанағы – ауырыу кеше. Вирус сөскөргәндә, йүтәлләгәндә, шайыҡ тамсылары менән һөйләшкән ваҡытта тарала. Инкубация осоро уртаса туғыҙ көн тәшкил итә.

Хатта баш мейеһе лә шешеүе ихтимал!
Хатта баш мейеһе лә шешеүе ихтимал!

Төп билдәләр

Катараль осор киҫкен башлана. Дөйөм хәлһеҙлек, баш ауыртыуы, аппетит кәмеү, йоҡо боҙолоу осраҡтары барлыҡҡа килә. Тән температураһы күтәрелә, ауыр формала ул 39 – 40 градусҡа етә. Ауырыуҙың тәүге көндәренән күп лайлалы бүлендектәр менән тымау күҙәтелә. Ҡоро йүткереү барлыҡҡа килә, балаларҙа ул йыш ҡына ныҡ көслөгә әйләнә, тауыш ҡарлыға, күҙ ҡабағы ҡыҙара, яҡтынан ҡурҡыу күҙәтелә. Дөйөм алғанда, катараль осор 3 – 5 көн дауам итә, 6 – 8 көнгә тиклем һуҙыла. Осор аҙағында тән температураһы түбәнәйә.

Ҡыҙылса менән бәйле өҙлөгөүҙәр

Иң йыш осраған өҙлөгөүҙәр – үпкә шешеүе, танау-ҡарын, конъюктивит. Һәр унынсы балала сир пневмония йәки ауыр отит менән ҡатмарлана; һәр меңенсе балала энцефалит (баш мейеһе шешеүе) үҫешә. Әгәр үҙегеҙ йәки балағыҙ ауырып китһә:

– ашығыс рәүештә медицина ярҙамы һорап мөрәжәғәт итергә (йәшәү урыны буйынса поликлиниканан табип саҡыртырға йәки ауыр хәлдә булһа – ашығыс медицина ярҙамы алырға);

– поликлиникаға үҙаллы йөрөмәү хәйерлерәк, иң яҡшыһы – өйгә табип саҡыртырға;

– табип килгәнгә тиклем бәйләнеште минималь кимәлгә еткерергә;

– үҙаллы дауаланмаҫҡа!

Сирҙе иҫкәртеү

Инфекция менән көрәштә хәл иткес, асыҡ һәм һөҙөмтәле ысул булып вакцинация тора. Милли профилактик прививкалар календарына ярашлы, балаларға ҡыҙылсаға ҡаршы планлы вакцинация 12 айлыҡ сағында һәм ҡабаттан 6 йәшендә үткәрелә. Шулай уҡ, ҡыҙылса менән ауырымаған, элек прививка яһатмаған йәки сиргә ҡаршы вакцинация тураһында мәғлүмәт булмаған 18-35 йәшлек өлкәндәр ҙә прививка яһатырға тейеш (иммунизация прививкалар араһында 3 айҙан кәм булмаған арауыҡта ике тапҡыр үткәрелә). Шулай уҡ, 36-55 йәшлек өлкәндәр (медицина һәм мәғариф ойошмалары, сауҙа, транспорт, коммуналь һәм социаль өлкә ойошмалары хеҙмәткәрҙәре, вахта ысулы менән эшләгән кешеләр һәм РФ дәүләт сиге аша үткәреү пункттарында дәүләт контроль органдары хеҙмәткәрҙәре).

Вакцинация шулай уҡ ҡыҙылсаға ҡаршы прививка яһатыу йәки элек ҡыҙылсаға ҡаршы прививка яһалғанмы-юҡмы икәнлеген белмәгәндәргә, ҡыҙылса менән бәйләнештә булған бөтә кешегә лә кәрәк. Ҡыҙылсаға ҡаршы вакциналар ышаныслы иммунитет булдыра, ул 20 йылдан ашыу һаҡлана. Вакцинация ҡыҙылсаның эпидемик хәл насарайған ваҡытта ла барлыҡҡа килеүен иҫкәртә. Прививка яһатыу өсөн участка терапевтарына һәм педиатрҙарға мөрәжәғәт итергә кәрәк. Үҙегеҙҙе һәм балаларығыҙҙы һаҡлағыҙ, вакцинация яһатығыҙ!

Лилиә ТУКТАРОВА,

1-се дәүләт клиник дауахананың эпидемиология бүлеге мөдире.

Фото асыҡ сығанаҡтарҙан.

 

Хатта баш мейеһе лә шешеүе ихтимал!
Хатта баш мейеһе лә шешеүе ихтимал!
Автор: Римма Галимова
Читайте нас