Ашҡаҙар
-18 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
11 Июнь 2025, 10:05

ҺӨНӘРИ ОҪТАЛЫҒЫҒЫҘ ӨСӨН РӘХМӘТ!

«Атанан күргән – уҡ юнған, әсәнән күргән – тун бескән» тип юҡҡа әйтмәгәндәр тигәндәй, Әлфиә Яхъя ҡыҙы  Ишмөхәмәтованың әсәһе СК медсанчасында терапевт булып эшләгән. Атаһы бюджет тармағы (һалым инспекцияһы, пенсия фонды) хеҙмәткәре. Был ғаилә бер нисә быуын табиптары булыуы менән билдәле.

ҺӨНӘРИ ОҪТАЛЫҒЫҒЫҘ ӨСӨН РӘХМӘТ!
ҺӨНӘРИ ОҪТАЛЫҒЫҒЫҘ ӨСӨН РӘХМӘТ!

Әлфиә Ишмөхәмәтова ҡалабыҙҙа тыуып үҫкән. Башҡорт медицина университетының дауалау бүлегендә 6 йыл белем алған. Артабан клиник ординатурала 2 йыл уҡыған һәм дерматовенеролог сертификатына эйә булған. Ул  2013 йылдың  октябренән бирле Республика тире-венерология диспансерының Стәрлетамаҡ филиалында эшләй. Тире сирҙәрен дауалай. Венерик сирҙәрҙе асыҡлай. Шулай уҡ хроник тире ауырыуҙарын дауалау буйынса Стәрлетамаҡ, Салауат,Ишембай ҡалалары һәм  Стәрлебаш, Ауырғазы,  Мәләүез, Миәкә райондары халҡын хеҙмәтләндерә. Шуға күрә микологик пациенттарҙы асыҡлау һәм дауалау бүлмәһенән йыл әйләнәһенә кеше өҙөлмәй тиерлек. Айырыуса лишай, аяҡ, тырнаҡ микоздары менән сирләүселәр йышыраҡ мөрәжәғәт итә икән бында.

- Көндөҙгө 11-00 сәғәттән  киске 17-00 сәғәткә тиклем ҡояшта ҡыҙынмағыҙ. Һәр саҡ тән тиреһен күҙәтегеҙ. Урам бесәйҙәрен һәм эттәрен һыйпамағыҙ. Балаларығыҙҙы ҡулдарын ваҡытында йыуырға өйрәтегеҙ, - тип кәңәш бирә үҙ эшенең оҫтаһы Әлфиә Яхъя ҡыҙы Ишмөхәмәтова.

Римма ҒӘЛИМОВА.
Автор фотоһы.

ҺӨНӘРИ ОҪТАЛЫҒЫҒЫҘ ӨСӨН РӘХМӘТ!
ҺӨНӘРИ ОҪТАЛЫҒЫҒЫҘ ӨСӨН РӘХМӘТ!
Автор: Римма Галимова
Читайте нас