Ашҡаҙар
-18 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
4 Август 2025, 17:30

ЯМАН ШЕШ СИРЕ АРТҠАНДАН-АРТА БАРА

10 йыл эсендә Башҡортостанда яман шеш менән сирләүҙең ни тиклем ныҡ артыуы билдәле. Властар Башҡортостанда 10 йыл эсендә яман шеш менән сирләү буйынса мәғлүмәттәрҙе баҫтырып сығарҙы. Башҡортостанда 2024 йылда тәүге тапҡыр 15 175 яман шеш осрағы асыҡланған. Ауырыу күрһәткесе 100 мең кешегә 373,4 осраҡ тәшкил итә.

ЯМАН ШЕШ СИРЕ АРТҠАНДАН-АРТА БАРА
ЯМАН ШЕШ СИРЕ АРТҠАНДАН-АРТА БАРА

Бындай мәғлүмәттәр «Яман шеш ауырыуҙары менән көрәш»төбәк программаһында сағылыш тапҡан. 10 йыл эсендә, 2015 йылдан 2024 йылға тиклем, яман шеш менән сирләү 16,1 процентҡа артҡан тип күрһәтелгән. Ҡатын – ҡыҙҙар араһында онкология осраҡтары һаны 20,6 процентҡа арта. Шул уҡ ваҡытта ир-егеттәр араһында диагноздар һаны 10,2 процентҡа арта. 2024 йылда ҡатын-ҡыҙҙар араһында сирҙең юғары күрһәткесе Әлшәй (530,01) һәм Федоровка (521,86) райондарында күҙәтелгән. Йәрмәкәй (150,64), Йылайыр (152,23) һәм Әбйәлил (199,91) райондарында көслө енес вәкилдәрендә яман шеште һирәгерәк асыҡлағандар. Ир егеттәр араһында яман сир осраҡтары күп күҙәтелә.

Фото: UfaTime.ru.

 

ЯМАН ШЕШ СИРЕ АРТҠАНДАН-АРТА БАРА
ЯМАН ШЕШ СИРЕ АРТҠАНДАН-АРТА БАРА
Автор: Римма Галимова
Читайте нас