Ашҡаҙар
-18 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
12 Август 2025, 12:10

РӘСӘЙ МИНИСТРЫ КОНТРОЛГӘ АЛҒАН

Рәсәйҙең Һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашко Стәрлетамаҡта Башҡортостан сода компанияһының етештереү майҙансығында шартлауҙа зыян күреүселәргә ярҙам күрһәтеүҙе шәхсән контролдә тота, тип хәбәр итә РИА Новости министр ярҙамсыһы Алексей Кузнецовҡа һылтанып.

РӘСӘЙ МИНИСТРЫ КОНТРОЛГӘ АЛҒАН
РӘСӘЙ МИНИСТРЫ КОНТРОЛГӘ АЛҒАН

«Ъ-Өфө» хәбәр иткәнсә, 9 августа «Каустик» майҙансығында үткәргес торба герметикһыҙланды, һөҙөмтәлә 41 кеше зыян күрҙе. 32 зыян күреүсе дауаханаға оҙатылды. Туғыҙ кеше ярҙам күрһәтелгәндән һуң өйҙәренә ҡайтарылған. 11 кеше санавиация юлы менән Өфөгә килтерелгән: БДМУ клиникаһына, 21-се һәм 18-се ҡала клиникаларына, шулай уҡ Ҡыуатов исемендәге Республика  клиник  дауаханаһына. Үкенескә ҡаршы, кисә 30 йәшлек егет һәләҡ булды. Стәрлетамаҡтың 1-се ҡала клиник дауаханаһында  21 зыян күреүсе ҡалған, уларҙың береһе реанимацияла.

«БСК» акционерҙар йәмғиәтенең башҡарма директоры Александр Пименов һүҙҙәренсә, зыян күреүселәргә һаулыҡҡа зыян килтереүҙең ауырлығына ҡарап 3 миллион һумға тиклем түләнә. Стәрлетамаҡ буйынса тәфтиш бүлеге хәүефле производство объекттарының сәнәғәт хәүефһеҙлеге талаптарын боҙоу билдәләре буйынса енәйәт эше ҡуҙғатҡан (РФ ЕНӘЙӘТ кодексының 217-се статьяһының 1-се өлөшө).

Римма ҒӘЛИМОВА әҙерләне.

Фото: интернет селтәренән алынды алынды.

 

 

РӘСӘЙ МИНИСТРЫ КОНТРОЛГӘ АЛҒАН
РӘСӘЙ МИНИСТРЫ КОНТРОЛГӘ АЛҒАН
Автор: Римма Галимова
Читайте нас