Ашҡаҙар
-18 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
22 Август 2025, 11:40

ИКЕ ЯҠЛЫ КИЛЕШЕҮ

21 августа профсоюздар йортонда яҡтар хеҙмәттәшлек тураһында документтар менән алмашты, ул табиптарҙың хеҙмәт шарттарын яҡшыртыуға, һаулыҡ һаҡлау тармағы вәкилдәренең мәнфәғәттәрен яҡлауға, табип һөнәренең абруйын күтәреүгә йүнәлтелгән берлектәге проекттар үткәреүҙе күҙ уңында тота.

ИКЕ ЯҠЛЫ КИЛЕШЕҮ
ИКЕ ЯҠЛЫ КИЛЕШЕҮ

Республика һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре профсоюзы рәйесе Рауль Халфин билдәләүенсә, табиптың эше ҡатмарлы ғына түгел, объектив хәүефле лә. "Медиктар көн һайын һөнәри хәүеф менән дә, йәмғиәт, пациенттар һ.б. яғынан ҡайһы бер баҫымға ла дусар була. Шуға күрә бөгөн медицина хеҙмәткәрҙәренә, уларҙың имиджына һәм абруйына ярҙам итеү бик мөһим. Минеңсә, беҙҙең киң мәғлүмәт саралары менән үҙ-ара  хеҙмәттәшлек итеү – Рәсәй Федерацияһында иң яҡшыларҙың береһе. Журналистарҙың медицина хеҙмәткәрҙәренең хеҙмәте, ҡаһарманлыҡтары хаҡында яҙыуына бик шатбыҙ. Шуға күрә артабан да ошо йүнәлештә яңы идеяларға һәм сараларға асыҡ буласаҡбыҙ", - тине ул. "Беҙ табип һөнәренең абруйын күтәреү өҫтөндә эшләргә тейешбеҙ. Сөнки был иң лайыҡлы һәм абруйлы һөнәрҙәрҙең береһе, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды үҙенең сығышында һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин.

- Бөгөнгө көндә республиканың һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә 70 меңдән ашыу кеше эшләй. Табиптарыбыҙ кешеләрҙең ғүмерен һәм һаулығын өҙлөкһөҙ ҡотҡара - был көндәлек батырлыҡтар. Әлбиттә, был хаҡта һөйләү мөһим. Бөгөн киң мәғлүмәт саралары яҙған мәҡәләләр медиктар тураһында йәмәғәтселек фекерен формалаштыра. Шуға күрә беҙ үҙебеҙҙең яҡтан тармаҡ проблемалары, ҡаҙаныштар, уңыштар тураһында һөйләргә асыҡбыҙ. Артабанғы емешле хеҙмәттәшлеккә һәм журналистарҙы беҙҙең эшмәкәрлекте һәм табиптарҙың ҡатмарлы эшен ентекле яҡтыртыуға йәлеп итергә әҙер. Шулай уҡ сара сиктәрендә БР Журналистар союзы булышлығында Республиканың һаулыҡ һаҡлау министрлығы менән берлектә һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре профсоюзы ойошмаһы үткәргән «Медицина һәм профсоюз» журналистар эштәре конкурсы еңеүселәрен тәбрикләү тантанаһы үтте.

Р.ҒӘЛИМОВА әҙерләне.

 

ИКЕ ЯҠЛЫ КИЛЕШЕҮ
ИКЕ ЯҠЛЫ КИЛЕШЕҮ
Автор: Римма Галимова
Читайте нас