Һөтлө сәй эсеү йолаһы ҡайҙан килеп сыҡҡан?
Бының тамырҙары Бөйөк Британияға барып тоташа. Инглиздәр өсөн сәй элек-электән яратҡан эсемлек булған. Улар уның тәменә, сифатына ғына түгел, сәй тәҡдим ителгән һауыт-һабаға ла ҙур әһәмиәт биргән. Бай ғаиләләрҙә сәй тик ҡиммәтле фарфор сынаяҡтарға яһалған. Зауыҡлы, үтә нескә фарфорҙы ҡайнар һыу менән сатнатыуҙан, ҡара сәйҙең төҫө сығып ҡарайыуҙан һаҡлау өсөн хеҙмәтселәр уны һөт менән тәҡдим итеп ҡараған. Эсемлектең яңы төрө инглиздәрҙең күңеленә хуш килгән.
Һәр халыҡта үҙенсәлекле ысулдар йәшәй. Мәҫәлән, ҡытайҙар күберәк йәшел, ҡыҙыл, һары һәм хуш еҫле сәйҙәрҙе ярата, Тибетта иһә “часуйма” тигән сәй эсәләр икән (был сәй пресланған япраҡтарҙан бешерелә лә мотлаҡ иретелгән һыйыр майы һәм тоҙ өҫтәлә). Әйткәндәй, Тибетта борон-борондан башҡорттарҙағы кеүек талҡан ҡулланалар һәм талҡан онона май ғына түгел, брикетҡа ҡатырылған сәй япраҡтары онтағын да ҡушалар. Үҙенсәлекле “ҡоро сәй” килеп сыға. Уны ашаған кешенең кәйефе күтәрелә һәм сәләмәтлеге яҡшыра. Монголдар иһә беҙ эсеп өйрәнгән ҡәҙимге сәйгә һөт кенә түгел, май, тоҙ ҙа ҡушалар. Ҡайһы берҙә бер стакан сәйгә тоҙ ғына түгел, бер бөртөк ҡара борос та төшөрәләр. Ҡалмыҡтар был тәңгәлдә лавр япрағы йәки мөшкәт сәтләүеген (мускат) ҡулланалар. Ә бына япондар йәшел сәй ярата икән. Улар бигерәк тә сәйҙең хуш еҫенә ныҡ иғтибарлы. Шуға ла бер стакан һыуға бер балғалаҡ самаһы йәшел сәй һалып, сәйнүккә эҫе һыу ҡоялар ҙа бер-ике минуттан эсә башлайҙар. Сәй тулыһынса бешеп өлгөрмәй. Эҫе килеш аш алдынан яйлап ҡына ике-өс йотом (шәкәрһеҙ генә), ашап бөткәс тағы ла шулай эҫе сәйҙе ике-өс йотом эсеп ҡуялар.
Ете төрлө үләндән сәй
Сәй яһау өсөн ҡарағат, ер еләге, ҡурай еләге, мәтрүшкә, гөлбәҙәр (һары мәтрүшкә) ерегүлән (еркәүек), боланут (иван-чай) япраҡтарын йыйып алырға кәрәк. Сәйгә тип әҙерләнгән үләндәрҙе июль урталарында, аяҙ көндә сәғәт 11-гә тиклем йыйыу мотлаҡ. Һәр береһенән 200 грамм тирәһе алына, ә бына еркәүекте 100 грамм ҡушыу ҙа етә, сөнки ул бик көслө. Йыйған үләнде ит турағыс аша үткәреп йәки ҡул менән ваҡлап, барыһын бергә бутайбыҙ. Шунан шыптыр тоҡсайға һалып, быҡтырырға ҡуябыҙ. Ямғырлы йылда – өс, ә ҡоро йылдарҙа алты-ете көнгә тиклем ята. Үләндәр ҡарайып быҡһа, өлгөргән тип иҫәпләнә. Артабан уларҙы ышыҡ урынға һалып, елләтеп киптерәбеҙ. Ете төрлө үлән сәйен айырым сәй итеп эсергә кәрәк, әммә шуныһын да оноторға ярамай: оҙайлы ваҡыт ҡулланырға ярамай.
Миләш һәм гөлйемеш
Ҡыш организмдың арыған ваҡыттарында миләш һәм гөлйемеш эликсиры оло көс бирә. Бының өсөн емештәрен ваҡлап, 1:1 миҡдарында төнәтергә кәрәк. Хәлһеҙләнгән организм өсөн бына тигән витаминдар. Төнәтмә балалар өсөн дә файҙалы, хәтерҙе лә яҡшырта.
Бәпембә сәскәһе
Бәпембәнең башын ғына йыйып, банкаға ағас ҡалаҡ менән төйөп тултыра бараһың, бер иле самаһы ҡатлам һайын бер аҙ шәкәр һибергә кәрәк. Ул матдәләр алмашыныуын яйға һала, үт бүленеүен көсәйтә. Был үлән халыҡ медицинаһында онкологик сирҙәрҙе дауалауҙа киң ҡулланыла. Хуш еҫле һуты аш үҙләштереүҙе көйләй һәм организмдағы сереткес бактериялар менән көрәшә.
Боланут
Болануттың япрағын да, сәскәһен дә йыялар. Тик сәскәһе орлоҡ ебәргән булырға тейеш түгел. Уны иҙергә һәм эмаль һауытта ауыр әйбер менән баҫтырып, бер көн самаһы тоторға кәрәк. Йәғни үләнде әсеткәндән һуң ғына киптерергә. Ошо килеш боланут быҡтырыла һәм биохимик реакция арҡаһында файҙаһы арта. Дөрөҫ эшләгәндә, сәйҙән хуш еҫле бал тәме генә килеп торасаҡ.
Мәтрүшкә
Элек-электән мәтрүшкәне дарыу өсөн дә, сәй итеп тә файҙаланғандар. Ҡышҡылыҡҡа һаҡлар өсөн 20-30 сантиметр оҙонлоҡта ҡырҡып алып, өй ҡыйығында йәки яҡшы елләтелгән урында киптерәләр. Бәйләме менән һаҡлағанда – бер йыл, ваҡлап, ныҡ ябылған үтә күренмәҫ һауытта тотһаң, өс йылға тиклем яраҡлы була. Мәтрүшкәнең файҙаһы ифрат ҙур. Уны ҡан баҫымы юғары булғанда, атеросклероздан, һалҡын тейгәндә һәм башҡа осраҡтарҙа ҡулланалар. Хуш еҫле үҫемлекте баш ауыртҡанда эсәләр һәм йоҡоһоҙлоҡтан яфаланғанда ла файҙаланалар, төнәтмәһе менән баш йыуалар. Теш һыҙлағанда мәтрүшкәне сәйнәйҙәр. 20 минут төнәтергә. Һыуынғас, һөҙөргә. Көнөнә өс тапҡыр, ашар алдынан 15–20 минут элек ике ҡалаҡ эсергә.
Ҡайын еләге
Еләге һәм япрағы көслө дауалау сифатына эйә. Еләгендә С витамины, фолий кислотаһы, каротин, эфир майҙары һәм башҡа биологик актив матдәләр бар. Япрағы С витаминына бай. Ҡайын еләген өлгөргәс йыялар, япрағы үҫемлек сәскә атҡанда әҙерләнә.
Ҡайын еләге ашҡаҙан, бөйән эсәгендә сей яра булғанда, бауырҙа, үт ҡыуығында, бөйөрҙә таш барлыҡҡа килгәндә, ҡан баҫымы күтәрелгәндә, йөрәк эшмәкәрлеге һүлпәнәйгәндә, атеросклероз, туберкулез, шәкәр диабеты башланғанда тәҡдим ителә. Бер балғалаҡ ҡайын еләгенә 1/4 литр ҡайнар һыу ҡойоп, 15 минут тоторға. Һөҙгәс, көнөнә өс тапҡыр ярты стакан самаһы эсергә.
Роза САФИНА әҙерләне.
Фото социаль селтәрҙәрҙәге асыҡ сығанаҡтарҙан алынды.