Лимитты арттырыу ни тиклем хәүефле?
Психиатр, психотерапевт Алексей Вилков һүҙҙәренсә, смартфонды 40 минут ҡулланыу - ул һәр йәштәге кеше өсөн хәүефһеҙ уртаса ваҡыт арауығы, әммә уны балалар һәм үҫмерҙәр үтәү айырыуса мөһим. Уларҙың нервы системаһы һәм психикаһы тулыһынса формалашмаған, шуға күрә бындай проблемалар менән осрашыу хәүефе бар:
- когнитив функцияларҙың насарайыуы;
- хәтер менән проблемалар;
- иғтибарҙы кәметеү;
- йоҡо боҙолоуы;
- эмоциональ тотороҡһоҙлоҡ;
- уҡыу менән бәйле ауырлыҡтар.
Үҙ сиратында психиатр, медицина фәндәре кандидаты Елизавета Жесткова ла, лимитты 40 минутҡа арттырыу балалар һәм үҫмерҙәр өсөн иң ҡурҡынысы, тип билдәләй.
- Уларҙа тере аралашыу күнекмәһе үҫешмәй, шуға күрә социаль изоляция хәүефе юғары. Шулай уҡ, психикаһы нығынмағанлыҡтан, смартфонды даими ҡулланыу кәйефтең, агрессияның һәм ярһыусанлыҡтың ҡырҡа үҙгәреүенә килтереүе ихтимал. Шуға күрә үҫмерҙәргә телефон менән ҡулланыуға сикләүҙәр ҡуйырға кәрәк, - ти белгес.
Әммә өлкәндәргә лә социаль селтәрҙәрҙең даими «скроллинг»ы зыян килтерә, тип иҫкәртә Вилков:
- йоҡо һәм хәтер сифаты насарая;
-эмоциональ тотороҡһоҙлоҡ барлыҡҡа килә;
- депрессия һәм борсолоу ҡаҡшауы ихтималлығы арта;
- күреү һәм торош менән проблемалар килеп сығыуы ихтимал.
Был ғәҙәттән нисек ҡотолорға?
Өлкәндәр, балаларҙан айырмалы рәүештә, телефонда үткәргән ваҡытын үҙе ҡыҫҡарта ала, әммә быны яйлап эшләү мөһим, юғиһә психологик торошоноң насарайыуы хәүефе бар, - тип иҫкәртә Вилков.
- Әгәр кеше телефонын ҡулдан ысҡындырмауын һиҙһә, ул үҙенә цифрлы артыҡ йөкләнештән ҡотолоу өсөн социаль селтәрҙәрҙе һәм күңел асыу контентын ҡарау лимитын билдәләргә тейеш. Ошо уҡ принцип буйынса өлкәндәр балаларына экран ваҡытын сикләп, бәйлелектән ҡотолорға ярҙам итә ала, — тип аңлата психиатр.
Психотерапевт Жесткова шулай уҡ бәйлелектән ҡотолоу өсөн экран ваҡытын яйлап ҡыҫҡартырға кәңәш итә.
- Әлбиттә, хәҙерге ысынбарлыҡ кешене гаджеттарҙы йышыраҡ ҡулланырға мәжбүр итә, әммә эмоциональ артыҡ йөкләнеш, онотоусанлыҡ, борсолоу һәм ярһыусанлыҡ менән осрашмаҫ өсөн рөхсәт ителгән 40 минутлыҡ сикләүҙе үтәргә кәрәк, - тип һығымта яһай белгес.
Дәүләт думаһы депутаттары ла 14 йәшкә тиклемге балаларға социаль селтәрҙәргә инеүҙе сикләү һәм 16-18 йәшлек үҫмерҙәр өсөн етди сикләүҙәр индереү тәҡдиме менән сығыш яһай.
Р.ҒӘЛИМОВА әҙерләне.