Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
7 Апрель , 15:15

БӘЛӘКӘЙ ГЕНӘ, ӘММӘ ХӘТӘР ЗӘҺӘР ДОШМАН

Яҙын тәбиғәт ҡышҡы йоҡонан уяныу менән бар тереклек тә уяна. Үләндәр баш ҡалҡыта, ағастар япраҡ яра һәм тыуған төйәктәрен һағынып ҡоштар ҡайта.   Кешеләр кемуҙарҙан тәбиғәт ҡосағына ашҡына. Берәүҙәр ял итергә сыҡһа, кемдер еләк йыйырға, бәшмәк йыйырға, ә кемдер утын йә бесән әҙерләргә йөрөй. Шулай иртә яҙҙан ҡара  көҙгә тиклем тәбиғәт байлығын файҙаланып, ял итеп ҡалырға тырышабыҙ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ошо йәйге миҙгелдә әҙәм балаһына зыян килтергән бөжәктәр ҙә әүҙемләшә, шуларҙың хәүефлеһе –  талпан. Талпан нимәһе менән ҡурҡыныс һәм унан һаҡланыу саралары ниндәй – ошо турала ентекләберәк аңлатыуын һорап, ҡалабыҙҙың 1-се клиник дауаханаһы табип-эпидемиологы Люциә Рауил ҡыҙы ӘСӘҘУЛЛИНА менән әңгәмә ҡорҙоҡ.

БӘЛӘКӘЙ ГЕНӘ, ӘММӘ ХӘТӘР ЗӘҺӘР ДОШМАН
БӘЛӘКӘЙ ГЕНӘ, ӘММӘ ХӘТӘР ЗӘҺӘР ДОШМАН

– Люциә Рауиловна, талпандан тешләнеү ниндәй хәүеф тыуҙыра?

– Күҙгә күренмәгән ошо кескәй генә бөжәктәр егермегә яҡын ҡурҡыныс, хатта үлемесле ауырыу тыуҙыра ала. Шуларҙың иң таралғандары – талпан вирус энцефалиты  һәм бореллиоз сирҙәре.

Талпан ҡаҙалып, энцефалит йоҡтороуы бер ни тормай. Ул кеше организмына иң бәләкәй микроорганизм – вирус үтеп инеү һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә. Мәғлүм булыуынса, талпандар энцефалит вирусы йоҡторған булыуы һәм тешләгәндә кешегә вирус йоҡтороуы ихтимал.

– Талпан энцефалитетын йоҡторуҙың билдәләре ниндәй?

– Талпан энцефалиты йоҡторған кеше шунда уҡ ауырып китмәй, ғәҙәттә 7-12 көндән башлана. Ауырыу йыш ҡына юғары температуранан башлана, баш ауыртыу, ҡоҫоу, аң томаланыу, ҡорошҡаҡ тотоу, паралич һуғыуы ихтимал.

Башҡортостанда 63 муниципаль берәмектең 42-һе талпан энцефалиты буйынса (билдәле бер урынға хас) эндемик район булып тора, шул иҫәптән Стәрлетамаҡ районы ла.

       Йыл һайын  талпан энцефалитетының 40-тан алып 60-ҡа тиклем осрағы һәм талпан боррелиозының 15-тән алып 30-ға тиклем осрағы теркәлә, талпандар был ауырыуҙы  таратыусы булып тора.

Йыл һайын эпидемик миҙгелдә талпан  ҡаҙалыу арҡаһында республика медицина ойошмаларына 12 меңдән алып 20 меңгә тиклем кеше мөрәжәғәт итә, шуларҙың 30 проценты балалар. Кешегә ҡаҙалған талпандарҙы тикшереү һөҙөмтәһендә талпан энцефалиты вирусы менән зарарланыу төрлө йылдарҙа 5 проценттан 7 процентҡа тиклем тәшкил итә.

– Талпандан ҡаҙалыуҙан нисек һаҡланырға? 

– Иң мөһиме – тәбиғәттә булғанда ябай ҡағиҙәләрҙе белергә, махсус һаҡланыу сараларын  (улар хәҙер күп төрлө) ҡулланырға.

Талпандан тешләнеүҙе иҫкәртеү өсөн, уның һөжүменән һаҡланырға кәрәк. Урманға барғанда йә яланға сыҡҡанда талпан тәнгә үтеп инә алмаҫлыҡ итеп кейенергә кәрәк. Иң ҡулайы, тәнгә һылашып торған оҙон еңле куртка, эсенә күлдәктең итәген тығып ҡуйыр өсөн киң ҡайышлы салбар кейгәнең яҡшы. Сәсте һәм ҡолаҡтарҙы ҡаплау өсөн башҡа яулыҡ ябынырға йәки  башлыҡ кейергә кәрәк.Тәбиғәттә йөрөгәндә муйыны һәм еңдәре тәнгә һылашып торған шыма туҡыманан спорт костюмы ла бара. Иң шәбе – аяҡҡа оҙон итек кейеү, талпан үрмәләп менеүгә ҡамасаулыҡ итә. Кейемгә талпанды ҡурҡыта торған еҫле май (репелленттар) һөртөргә. Репеллент саралар бөжәктәрҙе ҡурҡыта. Уны кейемгә, тәндең асыҡ өлөштәренә һибергә кәрәк. Талпан уның еҫен яратмай. Реппеленттар шулай уҡ серәкәй-күгәүендәр талауҙан да  һаҡлай. Уларҙы ҡулланғанда һаҡ булырға кәрәк, тәнгә тейҙерергә ярамай. Шуға ла тәбиғәткә сығырҙан ике сәғәт тирәһе алдан кейемгә һиптереп ҡуйығыҙ. Препарат кейемгә һеңергә һәм кибә бирергә тейеш. Акарицид сарала талпандың нерв системаһына тәьҫир итеүсе матдә бар.

Талпан ҡаҙалғас нимә эшләргә?

Ике сәғәт һайын, урмандан асыҡ аҡланға йәки болонға сығып, тәнде һәм кейемде ҡарап тикшереп торорға кәңәш ителә. Тәнгә ҡаҙалған талпанды күреү менән шунда уҡ алып ташларға: талпан тын ала алмаһын өсөн өҫтөнө май һөртөргә һәм уны пинцет йәки ныҡлы ептән эшләнгән элмәк менән бер яҡтан икенсе яҡҡа еңел генә һелкетеп алып ташларға кәрәк. Тешләнгән урынға йод һөртөгөҙ. Талпанды бармаҡ менән һытырға ярамай, юғиһә вирус тире аша йәки тәндәге яра аша үтеп инеүе бар.

Талпанда вирус булыу-булмауын белеү өсөн Стәрлетамаҡта анализ тапшырыу үҙәге  ҡайҙа урынлашҡан?

– Талпанды үҙегеҙ алып ташлай алмаһағыҙ, травпунктҡа йәки поликлиника хирургына мөрәжәғәт итегеҙ. Талпандың зарарлымы, юҡмы икәнлеген тикшереү өсөн, уны ҡаланың  Революцион урамындағы 2а йорт адресы буйынса урынлашҡан “Гигиена һәм эпидемиология үҙәге” лабораторияһына илтеп тапшырырға кәрәк.

Талпандан ҡаҙалғандан һуң ауырымаҫ өсөн ниндәй саралар күрелә? Ғөмүмән, унан һаҡланыу юлдары бармы?

Әгәр талпан зарарланған булһа, кәүҙә ауырлығының 10 кг-ға 1 мг иҫәбенән, яҡынса  6-8 ампула самаһы, талпанға ҡаршы  гамма-глобулин һалырға кәрәк.

Иммуноглобулин балаларға травпунктта (Коммунистик урамы, 82) бушлай һалына, ә ололар дарыухананан үҙҙәре һатып алырға тейеш. Шулай уҡ йодантипирин препараты ла вирусҡа ҡаршы тәьҫир итә. Йәшәгән урының буйынса табип-инфекционист менән кәңәшләшкәндән һуң, дарыухана селтәрендә һатып алырға була. Талпан энцефалиты менән көрәштә иң һөҙөмтәле сара  булып вакцинация тора. Ул организмға талпан энцефалитетына бирешмәҫкә ярҙам итә.

Вакцинация ике инъекциянан тора, 5-7 айҙан һуң икенсеһен яһайҙар, өс йыл һайын ревакцинация (ҡабаттан) эшләйҙәр. Шуға күрә вакцинацияны көҙҙән башлап декабрь айына тиклем яһарға тәҡдим ителә. Вакцинация талпандар әүҙемләшкән миҙгелдә эпидемик күрһәтмәләр буйынса милли прививкалар календарына ярашлы уҙғарыла. Эндемик биләмәләрҙә йәшәүсе йәки урманға, баҡсаға барырға йыйынған эпидемик күрһәткестәр буйынса ололарға һәм  бер йәштән алып балаларға март-ноябрь айҙарында уҙғарыла.

Урман зонаһында, төҙөлөш отрядтарында йәки вируслы материал менән эшләүселәргә вакцинация яһатыу мотлаҡ.

Талпан энцефалитынан иммунизация яһатыу өсөн, алдағы йылдың июль-август айҙарына вакцинацияның фамилия буйынса планына индерһендәр өсөн, үҙең беркетелгән поликлиникаға барып яҙылырға кәрәк.

Кисектергеһеҙ профилактика асыҡланған осраҡта 1–2 ай арауығында үткәрелә. Әммә ике схемала ла икенсе прививка урманға сығырҙан бер айҙан да һуңға ҡалмай үткәрелә.

Урманда йөрөгәндә  һеҙҙе бәләкәй гәнә, әммә хәтәр зәһәр дошман һағалағанын иҫтән сығармағыҙ.

Ауырыуҙы дауалауға ҡарағанда, иҫкәрткәнең хәйерлерәк. Сәләмәт булығыҙ!

Роза САФИНА әңгәмәләште.

 Фото мәҡәлә геройының шәхси архивынан алынды.

 

 

Автор: Роза Сафина
Читайте нас