

1 - се дәүләт клиник дауаханаһында махсуслаштырылған мобиль диагностика комплексы барлыҡҡа килә.Уны тәьмин итеү «Ғаилә» милли проектын тормошҡа ашырыуҙың бер өлөшө булып тора. Комплекстың нигеҙе булып алдынғы медицина ҡорамалдары менән йыһазландырылған заманса ватан автомобиле «ГАЗ Соболь» тора. Күсмә хеҙмәттең бурысы-беренсел медицина-санитар ярҙамды алыҫ райондарҙа йәшәгән балалар өсөн уңайлыраҡ итеү. Мобиль комплекс ярҙамында дауахана белгестәре - шул иҫәптән педиатрҙар һәм тар профилле табиптар - ҡала яны райондарына ғына түгел, штатлы балалар табиптары булмаған тораҡ пункттарға ла бара ала. Баш табип Илшат Яппаров аңлатыуынса, мобиль бригада урындарҙа профилактик тикшереүҙәр һәм диспансеризация үткәрәсәк, шулай уҡ пациенттарға консультациялар бирәсәк. Был сара һәр балаға, ҡайҙа йәшәүенә ҡарамаҫтан, сифатлы медицина ярҙамын гарантиялай.
Сығанағы һәм фотоһы: Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.