Бөтә яңылыҡтар
Сәнәғәт һәм иҡтисад
30 Ноябрь 2016, 14:00

Этник музыка өлкәһендәге тәүге премия – Роберт Юлдашевта!

Роберт Юлдашев һәм «Ҡурайсы» төркөмө Russian World Music Awards-2016 премияһының тамашасылар һөйөүе призын яуланы.

Роберт Юлдашев һәм «Ҡурайсы» төркөмө Russian World Music Awards-2016 премияһының тамашасылар һөйөүе призын яуланы.
Танылған виртуоз ҡурайсы Роберт Юлдашев үҙенең «Ҡурайсы» төркөмө менән «Тылсым Көҙ-2016» фестивалендә сығыш яһаны. Бында этник музыка өлкәһендәге премияға эйә булыусыларҙы бүләкләү тантанаһы булды.
Төркөмгә диплом һәм премияның символы — эрбет ағасынан яһалған күгәрсен тапшырылды. Улар «Бәйләнештә» социаль селтәрендәге төркөмдә 5 меңдән ашыу тауыш йыйҙы. Тауыш биреү донъяның ете иленән туғыҙ жюри ағзаһы ҡатнашлығында үткәрелде. Улар — билдәле эксперттар Йоханес Тойер (Германия), Джо Бойд (АҠШ), Юлиана Волож (Эстония), Андрей Катаев (Рәсәй) һәм башҡалар.
«Ҡурайсы»ның сығышы алҡыштарға күмелде, — ти музыкант һәм продюсер Булат Әминев. — Ғөмүмән, был — Рәсәй өсөн мөһим ваҡиға, этник музыка өлкәһендәге тәүге премия. Унда бик күп өфөләрҙең ҡатнашыуы беҙҙең дөрөҫ юлдан барыуыбыҙ хаҡында һөйләй».
Ҡурайсы» төркөмө — донъяла башҡорт музыкаһын башҡарған билдәле коллективтарҙың береһе. Ансамблдең репертуарында халыҡ йырҙары, классик композиторҙарҙың әҫәрҙәре бар. Быйыл төркөм үҙенең 10 йыллыҡ юбилейын билдәләй. Музыканттар Кремль һарайы, «Ла Скала» театры, «Русский Дом» концерт залы һәм башҡа ҙур сәхнәләрҙә сығыш яһай һәм донъяның 15 иле буйлап гастролдәрҙә була.
Беҙҙең хәбәрсе.
Читайте нас: