Фәрит Бикбулатовтың күңелдәргә үтеп ингән үҙенсәлекле тауышын, онотолмаҫлыҡ йырҙарын хәҙер яҙмаларҙан ғына тыңларға ҡала.
Башҡортостан йәмәғәтселеге, мәҙәниәте ауыр юғалтыу кисерҙе. 81-се йәшендә Башҡортостандың халыҡ артисы Фәрит Бикбулатов яҡты донъянан китте. Билдәле йырсы, тележурналист, рәссам Өфөнөң почетлы гражданы менән хушлашыу Башҡорт дәүләт академия драма театрында үтте.
Йырсының үҙенә генә хас, йөрәктәргә үтеп инер моңо, халыҡсан тауышы бер кемде лә, бер ҡасан да битараф ҡалдырманы. Саф күңелле, эскерһеҙ, мөләйем – тап шундай яҡты кеше булып хәтерҙә һаҡланыр Фәрит ағай. Уның йырҙары ла шул алсаҡлыҡ менән һуғарылған. Уларҙың һәр береһе - үҙе бер моң даръяһы. Бер тынала уҡылған роман һымаҡ, йөрәк түренә үтеп, күңелдең иң нескә ҡылдарын сиртер көскә эйә. “Ғүмеркәйҙәр аҙ ғына”, “Гармунлы йәшлек”, “Гөлдәр һиберҙәй булам”, “Етегән шишмә”, “Уралдым моңдарына”, “Йәшлек тауым”, “Икәү бергә бит әле”, “Сәскәйҙәрең толом-толом”, “Ташлы күл”, “Хушлашырға ашыҡма”, “Үрмәле гөл”, “Әсәкәйем”, “Оноторға булмай”, “Торналар”... Тик Фәрит Бикбулатовса ғына яңғыраған ошо йырҙар кемдәрҙе уйға һалманы икән дә кемдәрҙең йөрәген яуламаны икән!?
Фәрит Бикбулатов ғүмеренең оҙаҡ йылдарын телевидениеға бағышлай. Диктор, мөхәррир булып эшләй, музыкаль тапшырыуҙар авторы үҙе шиғырҙар ҙа яҙа. Фәрит Бикбулатовтың йырҙарында бер нисә быуын үҫте. Ябай, шул уҡ ваҡытта бөйөк кеше, бөйөк уҡытыусы булды. Тап ул күптәрҙең күңелендә йыр-моңға ҡарата һөйөү уятты. Үҙе китһә лә, йырҙары ҡалды.
Фәрит Хәйбулла улы йәй-геһен 80 йәшлек юбилейын билдәләгәйне. Ул һуңғы кө-нөнә тиклем тағы ла сәхнәгә сығырға хыялланған.
Икһеҙ-сикһеҙ даръя булып урғылған йырҙарына үҙенең булмышын һалған моң эйәһенең тауышы мәңге ҡолаҡтарҙа сыңлар, ғүмере буйына оҙата килгән алҡыштар күңелдәрҙән китмәҫ, уның яҡты иҫтәлеге, ижады йөрәктәрҙә мәңге йәшәр.
Рухың шат булһын, йәнең йәннәттә булһын, Фәрит ағай!