Ашҡаҙар
-14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәнәғәт һәм иҡтисад
21 Ноябрь 2018, 18:36

Башҡортостанда хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыу эшенә тәүге йомғаҡ яһалды

Башҡортостандың Иҡтисади үҫеш министрлығы республикала «Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә булышлыҡ итеү» милли проектын тормошҡа ашырыуға тәүге йомғаҡ яһаны.

«Былтыр Башҡортостан хеҙмәт етештереүсәнлеген һәм мәшғүллеккә булышлыҡ итеүҙе арттырыуға йүнәлтелгән федераль программаны индереү буйынса ете пилот төбәк иҫәбенә инде. Был йүнәлеш 2030 йылға тиклем республиканы социаль-иҡтисади үҫтереү стратегияһында билдәләнгән төп өҫтөнлөктәрҙең береһенә әүерелде, — тип белдерҙе төбәктә милли проектты бойомға ашырыу буйынса конференцияла Башҡортостандың иҡтисади үҫеш министры Сергей Новиков. – Маҡсатыбыҙ – хеҙмәт етештереүсәнлеге буйынса Рәсәйҙең тәүге ун төбәге иҫәбенә инеү. Бының өсөн мөмкинлектәребеҙ бар».
Башҡортостан бөгөн тулайым төбәк продукты күләме буйынса ил субъекттары араһында 10-сы урынды биләй, шуға күрә тәүге пилот төбәктәре иҫәбендә өҫтөнлөклө проектты тормошҡа ашырыуға индерелде.
Әлеге ваҡытта республикала 354 ҙур һәм урта предприятие бар, шуларҙың 290-ы сеймал булмаған тармаҡҡа ҡарай. Һәр береһенең йыллыҡ әйләнеше 80 миллиондан 30 миллиард һумға тиклем тәшкил итә.
2024 йылға Башҡортостандың кәмендә 120 урта һәм ҙур предприятиеһын милли проектҡа ылыҡтырыу күҙаллана. Дөйөм алғанда, был ваҡытҡа илдә иҡтисадтың төп сеймал булмаған тармағының яҡынса 10 мең предприятиеһын программала ҡатнашыуға йәлеп итергә йыйыналар.
Хәҙер Башҡортостандың 19 предприятиеһы менән милли проектта ҡатнашыу өсөн килешеүҙәр төҙөлгән. Алтауһында Федераль компетенциялар үҙәге булышлығында хеҙмәткәрҙәрҙе уҡытыу башланған.
«СТЕКЛОНиТ» һәм «ОЗНА» предприятиеларында проекттар уңышлы тамамланды. Республиканың ошо предприятиеларында етештереү циклы тиҙлеген ике тапҡырға арттырыуға, эш сәғәтенән башҡарылған эштәрҙе бөтөрөүгә, операция-ара запастарҙы кәметеүгә өлгәшә алдыҡ, — тине Сергей Новиков. — Әле «БАСЭТ» һәм «Альтернатива» предприятиялары финал стадияһында. Башҡортостандың «Искож» һәм Grain предприятиеларында һаҡсыл етештереү технологиялары индерелә».
Республика Хөкүмәте вице-премьеры вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Ленара Иванова хәбәр итеүенсә, республика предприятиеларының 2,2 меңдән ашыу хеҙмәткәре — «Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә булышлыҡ итеү» милли проектында ҡатнашыусылар яңынан уҡытылған.
«Бөтәһе лә үҙҙәренең ойошмаһында ҡалды, бер кемде лә эштән ебәрмәнеләр. Кемдер яңы компетенциялар алды һәм, мәҫәлән, үҙенең ойошмаһындағы икенсе эшкә күсте. Республикала процестарҙы оптималләштереү һөҙөмтәһендә бушатылған хеҙмәткәрҙәрҙе ҡабаттан уҡытыу эше дауам итәсәк», — тип йомғаҡ яһаны Ленара Иванова.
Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Юрий Мельников һүҙҙәренсә, быйыл ошо хеҙмәткәрҙәрҙе уҡытыуға һәм ҡабаттан уҡытыуға 181,6 миллион һум йүнәлтелгән.
«Белем биреү ойошмаларын һәм әҙерлек йүнәлештәрен предприятиелар үҙҙәре билдәләне. Шуның менән бергә квалификацияны арттырыу һәм ҡабаттан әҙерләү йүнәлештәренең хеҙмәт етештереүсәнлеген күтәреүгә туранан-тура йоғонтоһо төп шарт булып ҡала», — тине ул.
http://www.bashinform.ru/news/1241105-v-bashkirii-podveli-pervye-itogi-raboty-po-povysheniyu-proizvoditelnosti-truda/
Читайте нас: