Ашҡаҙар
+11 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәнәғәт һәм иҡтисад
21 Ноябрь 2018, 13:19

Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы һәм Росавтодор етәксеһе Башҡортостандың транспорт системаһы үҫешен тикшерҙе

20 ноябрҙә XII «Рәсәй транспорты» халыҡ-ара форумы барышында Башҡортостан Башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбиров менән Федераль юл агентлығы (Росавтодор) етәксеһе Андрей Костюктың эш осрашыуы булды.

Башҡортостан Республикаһы башлығының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәте буйынса, яҡтар федераль үҙәктән финанс ресурстары ярҙамында Башҡортостандың транспорт системаһын үҫтереүҙең төп йүнәлештәрен тикшерҙе. Һүҙ Өфөнән Көнсығыш юлын төҙөү һәм Р-240 «Өфө – Ырымбур» автомобиль юлын төҙөкләндереү буйынса концессия проектын тормошҡа ашырыу мөмкинлектәре хаҡында барҙы. Ағиҙел йылғаһы аша күперҙән М-5 «Урал» сиселешенә тиклем «Өфө – Аэропорт» трассаһының бер өлөшөн федераль милеккә тапшырырға тәҡдим ителде. Росавтодор етәксеһе әлеге башланғыстарҙы ыңғай баһаланы һәм төбәктең позицияһын хупланы.
Шулай уҡ Радий Хәбиров Андрей Костюкка Өфөлә Воровский һәм Интернациональ урамдары участкаһында –Ағиҙел йылғаһы аша ике күпер һалыуға федераль субсидиялар йәлеп итеү өсөн ғаризаларҙы ҡарарға тәҡдим итте.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров етәкселегендәге делегация Мәскәүҙә XII «Рәсәй транспорты» халыҡ-ара форумында ҡатнашты.
http://www.bashinform.ru/news/1241133-vrio-glavy-bashkirii-i-rukovoditel-rosavtodora-obsudili-razvitie-transportnoy-sistemy-rb/
Читайте нас: