Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәнәғәт һәм иҡтисад
23 Ноябрь 2018, 13:58

Башҡортостан һалымды һәйбәт йыйған өсөн грант ала: республикаға күпме сумма бүлерҙәр

Башҡортостан 20 миллиард һумлыҡ хөкүмәт грантының бер өлөшөнә дәғүә итә. Федераль ҡаҙнанан аҡса Рәсәйҙең һалым йыйымын һәм бюджет килемен арттырған төбәктәренә бирелә. Улар бөтәһе 40.

Билдәләнеүенсә, финанслау «бер нимә менән дә бәйле түгел». Йәғни төбәк властары уны ниндәй маҡсатҡа тотоноуҙы үҙҙәре хәл итә.
Дәүләт Думаһы спикеры Вячеслав Володин һүҙҙәренсә, «аҡсаны төбәктәр һәр ваҡыттағыса булған мөһим мәсьәләләргә тотона».
Башҡортостандың күпме аҡса аласағы билдәле булды. Республикаға 192,797 миллион һум бүленә. Был Волга буйы федераль округында дәүмәле буйынса алтынсы күрһәткес, тип хәбәр итә Regnum мәғлүмәт агентлығы Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең тейешле бойороғона һылтанма менән. Волга буйы федераль округындағы 14 төбәктең һигеҙенә грант бирелә.
http://www.bashinform.ru/news/1242134-bashkiriya-poluchit-grant-za-khoroshuyu-sobiraemost-nalogov-kakuyu-summu-vydelyat-respublike/
Читайте нас: