Киләһе йылдың ғинуарынан эшһеҙлек пособиеһының иң аҙы — 850-нән 1500 һумғаса, иң күбе 4900-ҙән 8000 һумға тиклем арттырыла.
«Башҡортостанда, Урал коэффициентын иҫәпкә алып, яңы йылдан эшһеҙлек пособиеһының иң аҙы — 1725 һум, иң күбе 9200 һум була. Әлеге ваҡытта республикала ошо пособиеның минималь күләме Урал коэффициенты менән бергә 977,5 һум, максималь күләме иһә 5635 һум тәшкил итә», — тип хәбәр итте республика Хеҙмәт министрлығының матбуғат секретары Роза Кузьменко.
Бынан тыш, 2019 йылдан тәүге тапҡыр пенсия алды йәшендәге граждандар өсөн эшһеҙлек пособиеһы индерелә. Улар өсөн пособиеның иң аҙы — 1500 һум, иң күбе 11 280 һум, йәғни 2018 йылдың икенсе кварталында эшкә һәләтле халыҡтың йәшәү минимумы дәүмәленән 100% тәшкил итә.
Башҡортостанда, Урал коэффициентын иҫәпкә алып, пенсия алды йәшендәгеләр өсөн эшһеҙлек пособиеһының максималь күләме 12 972 һум булырға тейеш.
Ағымдағы йылдың ноябрь башына төбәктә 17,8 мең рәсми теркәлгән эшһеҙ иҫәпләнгән. Был йыл башы менән сағыштырғанда 13,7% аҙыраҡ. «Рәсми» эшһеҙҙәрҙең дөйөм һанынан 62 проценты тиерлек — ҡатын-ҡыҙҙар.
http://www.bashinform.ru/news/1243058-s-1-yanvarya-maksimalnyy-razmer-posobiya-po-bezrabotitse-v-bashkirii-sostavit-9200-rubley-/