Бөтә яңылыҡтар
Сәнәғәт һәм иҡтисад
26 Ноябрь 2018, 15:30

2019 йылдың 1 февраленән төбәктә Күп функциялы үҙәк хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы арттырыла.

Был туралағы документҡа Рөстәм Мәрҙәнов ҡул ҡуйған.

Башҡортостандың хоҡуҡи мәғлүмәт порталында Рөстәм Мәрҙәнов ҡул ҡуйған «Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә «берҙәм тәҙрә» принцибы буйынса дәүләт, муниципаль һәм башҡа хеҙмәттәр күрһәтеүҙе ойоштороу өлкәһендә ғәмәлдә булған дәүләт учреждениеһы хеҙмәткәрҙәренең эшенә түләү тураһында Положениены раҫлау тураһында»ғы хөкүмәт ҡарары баҫылған. Документҡа ярашлы, 2019 йылдың 1 февраленән төбәктә Күп функциялы үҙәк хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы арттырыла.
Мәҫәлән, беренсе категориялы белгестең минималь оклады 6400 һум тәшкил итергә тейеш. Ошо суммаға төрлө өҫтәмәләр ҡаралған: эшләгән йылдар, ғилми дәрәжә өсөн, йәш белгес булараҡ (30 йәшкә тиклем), төрлө премиялар һәм башҡалар.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, республика хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Күп функциялы үҙәк хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡын арттырырға ҡушты. Төбәк етәксеһенә үҙәктәрҙә бер нисә сәғәткә һуҙылған сираттар хаҡында ялыуҙар килгән. Асыҡланыуынса, эш хаҡының түбән булыуы сәбәпле, Күп функциялы үҙәктәрҙә кадрҙар етешмәй.
http://www.bashinform.ru/news/1242712-zarplaty-rabotnikov-mfts-v-bashkirii-vyrastut-s-1-fevralya-2019-goda/
Читайте нас в