Санкциялар индерелгәндән һуң компания Рәсәйгә сыр оҙатыуҙы туҡтатты, тип билдәләне Торрис. Шуға күрә предприятие Рәсәй биләмәһендә производство асыу өсөн урын эҙләне. Ағымдағы йылдың мартында уларҙың компанияһы «Нерал» компаниялар төркөмөнән «Бәләбәй һөт комбинаты» акционерҙар йәмғиәтенә мажоритар пакет һатып алды.
«Бынан алда беҙ күп фермаларҙа һәм майҙансыҡтарҙа булдыҡ. Ләкин һөт йыйырға һәм уны һаҡларға мөмкин булған заманса производствоны тап Башҡортостанда таптыҡ. Сөнки был бизнесыбыҙ өсөн төп фактор булып тора. Кешеләр һәйбәт эшләй, тиҙ өйрәнә, был, һис шикһеҙ, беҙҙе шатландыра. Төбәк властары ла ярҙам итә. Шәп сыр шәп һөттән етештерелә», — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Жан-Поль Торрис.
Яҡын арала Франция компанияһы Башҡортостан предприятиеһын яңырта һәм сырҙың сифатын яҡшыртыу өсөн инновациялар индерә башлай, тип хәбәр итә Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы.
http://www.bashinform.ru/news/1244747-glava-frantsuzskoy-kompanii-vysoko-otsenil-kachestvo-bashkirskogo-moloka/