Бөтә яңылыҡтар
Сәнәғәт һәм иҡтисад
5 Декабрь 2018, 23:27

Эльвира Нәбиуллина донъяның иң абруйлы 50 ҡатын-ҡыҙы иҫәбенә инде

Рәсәй Үҙәк банкы рәйесе Эльвира Нәбиуллина Forbes версияһы буйынса донъяның иң абруйлы 50 ҡатын-ҡыҙы иҫәбенә инде. Ул рейтингта 49-сы баҫҡысты биләй.

Германия канцлеры Ангела Меркель уҙып барған 2018 йылда иң абруйлы ҡатын-ҡыҙ тип танылған. Икенсе баҫҡыста — Бөйөк Британия премьер-министры Тереза Мэй, өсөнсөлә — Халыҡ-ара валюта фонды башлығы Кристин Лагард.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, үткән йылдың ноябрендә лә Эльвира Нәбиуллина Forbes рейтингында — 49-сы, ә 2016 йылда 56-сы урынды алды.
http://www.bashinform.ru/news/1247084-urozhenka-ufy-voshla-v-top-50-samykh-vliyatelnykh-zhenshchin-mira-/
Читайте нас: