Ашҡаҙар
+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәнәғәт һәм иҡтисад
5 Декабрь 2018, 23:30

Ипотека түләүенә "пауза"

Рәсәйҙәргә ауыр тормош хәлендә ҡалған осраҡта ваҡытлыса ипотека түләмәҫкә рөхсәт итеүҙәре ихтимал. Рәсәй банкы шундай тәҡдим менән сығыш яһаны.

«Ипотека стандартына ипотека кредиты буйынса түләүҙән ваҡытлыса баш тартыу опционын индерергә тәҡдим итәбеҙ», — тип Үҙәк банк рәйесенең беренсе урынбаҫары Сергей Швецовтың һүҙҙәрен килтерә «РИА Новости».
Швецов әйтеүенсә, статистика 30-35 йәшкә тиклемге кешеләрҙең эш урынын йышыраҡ алмаштыра башлауы хаҡында һөйләй.
«Өҫтәүенә эш алмаштырыу һәр саҡта ла хеҙмәткәрҙең теләгенә бәйле түгел, был предприятиеларҙың ябылыуы, шул арҡала граждандарҙың эштән китеүе кеүек хәлдәргә бәйле, ошондай хәлдә ҡалған кеше эш тапҡансы нисек тә булһа йәшәргә тейеш. Төрлө төбәктәр буйынса ҡарап сыҡтыҡ, кеше өс-алты айҙа мотлаҡ эш таба», — тине ул.
Үҙәк банк рәйесенең беренсе урынбаҫары билдәләүенсә, банк бер ни ҙә юғалтмай. Был осраҡта ипотека ваҡыты оҙайтыла, ә Үҙәк банк кредитты ваҡытында түләнмәгән тип иҫәпләмәй, сөнки опцион файҙаланыла.
Үҙәк банкта опционды бер тапҡыр ҡулланырға рөхсәт итергә уйлайҙар. Тәжрибә уңышлы үтһә, уны күп тапҡыр файҙаланыу вариантына кире ҡайтырға мөмкин.
http://www.bashinform.ru/news/1246979-rossiyanam-mogut-razreshit-vremenno-ne-platit-ipoteku-v-slozhnykh-zhiznennykh-situatsiyakh-/
Читайте нас: