Ҡуштауҙы эшкәртеү тураһында ҡарар тәү сиратта эш урындарын һаҡлап ҡалыу өсөн мөһим, тип иҫәпләй «Рәсәй патриоттары» партияһының төбәк бүлексәһе етәксеһе Заһир Хәкимов.
«Сентябрь айындағы һайлау кампанияһында Стәрлетамаҡта һәм эргә-тирә райондарҙа йәшәгәндәр менән осраштыҡ, улар ҡаланы барлыҡҡа килтереүсе предприятиела — «Башҡортостан сода компанияһы»нда эшләй. Бер кем дә эшһеҙ ҡалырға теләмәй. Әйтеүҙәренсә, күптәренең кредиты, ипотекаһы бар, әгәр эш булмаһа, сөнки Башҡортостан сода компанияһы эш урындарын ҡыҫҡартырға уйлай ине, артабан уларға нисек йәшәргә?».
Заһир Хәкимов фекеренсә, бик дөрөҫ ҡарар ҡабул ителгән.
«Тәбиғәт һәйкәле — Торатау һаҡланып ҡала. Бик күп экология һәм йәмәғәт ойошмалары быға ныҡ ҡайғыра ине. Уға теймәйҙәр, һәм шул уҡ ваҡытта Рәсәйҙең сода етештергән ҙур предприятиеһы сеймал менән тәьмин ителә, граждандарыбыҙ өсөн дә эш урындары һаҡланып ҡала», — тип билдәләне сәйәсмән.
http://www.bashinform.ru/news/1248507-reshenie-o-razrabotke-kushtau-vazhno-dlya-sokhraneniya-rabochikh-mest-zagir-khakimov-/