Бөтә яңылыҡтар
Сәнәғәт һәм иҡтисад
12 Декабрь 2018, 00:02

8% күберәк шәкәр етештерелгән

Бөгөнгә Башҡортостандың өс шәкәр заводы 155,7 мең тонна шәкәр етештергән. Был 2017 йылда етештерелгәнгә ҡарағанда 13,2 мең тоннаға күберәк. Шуның менән бергә заводтар сөгөлдөрҙө бер йыл алдағы менән сағыштырғанда мең ярым тоннаға аҙыраҡ эшкәрткән — 979, 6 мең тонна. Быйыл шәкәр сөгөлдөрөн сәсеү майҙандары ла биш мең гектарға аҙыраҡ булған. Аграрийҙар әйтеүенсә, тамыраҙыҡтарҙың уңышы һәм шәкәрлелеге һәйбәт булыуы сөгөлдөр эшкәртеүҙе һөҙөмтәлерәк иткән. «Заводтар шәкәр сөгөлдөрөнөң бөтә уңышын да эшкәртмәгән әле. Сөгөлдөр запасы кәмендә йыл аҙағына тиклем етергә тейеш», — тип белдерҙеләр республика Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.
http://www.bashinform.ru/news/1249338-v-bashkirii-proizvedeno-na-13-2-tysyachi-tonn-bolshe-sakhara/
Читайте нас: