Бөтә яңылыҡтар
Сәнәғәт һәм иҡтисад
13 Декабрь 2018, 14:46

Поездарға ярты юл өсөн генә түләргә

Яңы йылда поездарға билеттар ике тапҡырға арзаная

Яңы йыл алдынан сәфәргә сығырға уйлаған пассажирҙар билеттарҙы 50% ташлама менән һатып алыу мөмкинлегенә эйә, тип хәбәр иттеләр Рәсәй тимер юлдары компанияһында.
Махсус тәҡдим 2018 йылдың 31 декабренә тиклем ғәмәлдә һәм 31 декабрҙә ҡуҙғалған поездарҙың купе, плацкарт вагондарының өҫкө урындарына ҡағыла.
Тәҡдим балалар тарифы буйынса, шулай уҡ төркөмдәр өсөн билет алыусыларға ҡағылмай.
http://www.bashinform.ru/news/1250182-v-novyy-god-bilety-na-poezda-podesheveyut-v-dva-raza/
Читайте нас: