Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров бөгөн Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы депутаттары алдында Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһағанда шул хаҡта белдерҙе.
«Халыҡ эшебеҙҙе ошо кире күренеште нисек үҙгәртә алыуыбыҙға ҡарап та баһалай. Беҙгә яңы эш урындары, лайыҡлы хеҙмәт хаҡы кәрәк. Муниципалитеттарға инвестициялар йәлеп итербеҙ, яңы производстволар асырбыҙ. Ҡасандыр кешеләргә эш биргән элекке предприятиеларҙы тергеҙеү зарур», — тип белдерҙе төбәк етәксеһе.
Һуңғы йылдарҙа республика Ағиҙел йылға пароходсылығы, «Ергән» машина-технология станцияһы кеүек предприятиеларынан ҡолаҡ ҡаҡты, «Башавтотранс»ты һәм «Башҡортостан» нәшриәтен юғалта яҙҙы, тип билдәләне ул.
«Ҡайҙалыр менеджмент эшләй алманы, ә ҡайҙалыр аңлы рәүештә эш иттеләр. Төрлө милек формаһындағы ойошмаларҙы «бүлеү»ҙә миллиондарса аҡса алған енәйәтсел төркөмдәрҙең эшмәкәрлегенә юл ҡуймаҫбыҙ. Был өлкәлә ҡаты тәртип урынлаштырырға кәрәк», — тине Радий Хәбиров.
https://vk.com/club62246556?w=wall-62246556_3064%2Fall
http://www.bashinform.ru/news/1252733-v-bashkirii-dolgi-po-zarplate-dostigli-635-mln-rubley/