Тәүге ун контрагент ил иҫәбенә Латвия, Белоруссия, Ҡытай, Германия, Ҡаҙағстан, Һиндостан, Нидерланд, Төркиә, Финляндия һәм Польша ингән. Ошо илдәр менән сауҙа әйләнеше 3,45 миллиард доллар йәки республика тышҡы сауҙа әйләнешенән 76% тәшкил иткән.
Сеймал булмаған һәм энергетикаға ҡарамаған экспорттың өлөшө — республика экспортының дөйөм күләменән 44,2% (1,64 миллиард доллар). 2017 йылдың ғинуар-октябренә үҫеш 15,3% тәшкил иткән.
«Тауарҙарҙың ошо категорияһында күберәк машиналар эшләү продукцияһы, химия сәнәғәте продукцияһы һәм каучук, шулай уҡ металдар һәм уларҙан яһалған изделиелар, аҙыҡ-түлек һәм сеймал оҙатылған», — тип хәбәр итте Башҡортостандың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитетының матбуғат секретары Илгизәр Санъяров.
http://www.bashinform.ru/news/1252940-vneshnetorgovyy-oborot-bashkirii-dostig-4-5-mlrd-dollarov/