Ашҡаҙар
+11 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәнәғәт һәм иҡтисад
24 Декабрь 2018, 14:47

Республикала 2019 йылдың ғинуарынан мобиль элемтә ҡиммәтләнә

Рәсәйҙең кәрәҙле элемтә операторҙары үҙ хеҙмәттәренә хаҡтар артыуы тураһында хәбәр итте. «Вымпелком», «Мегафон» һәм «Тele2» компаниялары клиенттарын 2019 йылдың 1 ғинуарынан мобиль элемтә хеҙмәттәре хаҡын күтәреү тураһында иҫкәртте, тип хәбәр итә «РИА Новости» агентлығы. «Вымпелком» («Билайн» сауҙа маркаһы) үҙ сайтында 1 ғинуарҙан алып һуңыраҡ һәм алдан түләү тарифтары пландарында үҙгәрештәр, һуңыраҡ түләү операцияларында, шулай уҡ ҡайһы бер халыҡ-ара йүнәлештәр буйынса тарифтарҙа һәм операцияларҙа шылтыратыу хаҡтары хаҡында хәбәр урынлаштырған.
«МегаФон» компанияһы абоненттарға өҫтәлгән хаҡҡа һалым ставкаһының 19 проценттан 20 процентҡа тиклем үҙгәрәсәге тураһында смс-хәбәр ебәргән. Оператор хаҡты 9 ғинуарҙа яңыртырға вәғәҙәләй.
Tele2 архив тариф пландарының бер өлөшө параметрҙарын 1 ғинуарҙан үҙгәртә. Компанияла абонент түләүе артыуын баҙарҙа, тармаҡта һәм иҡтисадтағы хәлдең үҙгәреүен иҫәпкә алырға тура килеүе менән аңлаттылар.
Әлегә МТС компанияһы ғына үҙенең тарифтарын арттырыу тураһында белдермәне.
http://www.bashinform.ru/news/1254716-v-bashkirii-s-yanvarya-2019-goda-podorozhaet-mobilnaya-svyaz/?utm_medium=right_p2&utm_content=right_p2_popular1_&utm_source=bashinform
Читайте нас: