Бындай сараға Стәрлетамаҡтағы һәм күрше-тирәлә урынлашҡан ҙур сәнәғәт компаниялары: Салауат химия заводы, “ХайдельбергЦемент Рус”, “Газпром газ бүлеү Өфө”нөң Стәрлетамаҡ филиалы, “Башҡорт сода компанияһы” йәмғиәте вәкилдәренең килеүе уның ниндәй әһәмиәтле икәнлегенә ишара булды. Хәйер, экологияға мөнәсәбәт түбән кимәлдә булырға тейеш тә түгел шул. “Түңәрәк өҫтәл” әлеге мәлдә ҙур мәсьәләләрҙең береһен күтәреп сыҡты: халыҡтан йыйылған һәм сәнәғәттә эшкәртеү барышында килеп сыҡҡан ҡалдыҡтар менән нимә эшләргә?
Саҡырылған ҡунаҡтарҙың бере-һе РФ Сәнәғәт һәм сауҙа министр-лығы эргәһендәге ғилми тикшереү институтының ҡалдыҡтар һәм икенсел ресурстар менән идара итеү методологияһы бүлегенең өлкән ғилми белгесе Григорий Потапов билдәләүенсә, экотехнопарк сәнәғәт предприятиеларына юғары сифатлы заманса продукт алырға һәм ресурстарҙы экономиялауға ярҙам итергә тейеш. Әлегә Рәсәйҙә миҫал итеп күрһәтерҙәй предприятиелар юҡ, шулай ҙа күҙаллауҙар буйынса, ҡалдыҡтарҙы эшкәртеүсе предприятиелар әле эшләп килгән заводтар нигеҙендә барлыҡҡа килергә тейеш.
Сарала «ЭКО-СИТИ» төбәк опе-раторының генераль директоры Семен Земсков та ҡатнашты. Белеүегеҙсә, тап ошо оператор халыҡтан ҡалдыҡтарҙы йыйыуҙы ойошторасаҡ. Етәксе үҙҙәренең эш принцибын да аңлатып үтте, халыҡтан йыйылған органик ҡалдыҡтарҙан улар компост яһаясаҡ, ә ҡаты ҡалдыҡтар сорттарға айырыласаҡ. Төбәк операторы етәксеһе был өлкәлә сәнәғәт предприятиелары менән хеҙмәттәшлек итергә әҙерлеген белдерҙе. Хатта ХайдельбергЦемент Рус компанияһы менән альтернатив яғыулыҡ етештереү тураһында һүҙ алып барылыуы тураһында әйтте.
Башҡа компаниялар ҙа һөйләшеүгә етди ҡарай һәм дәүләт яғынан ярҙам күрһәтелеүе, эш нисек ойоштороласағы тураһында һораны. Әлбиттә, бындай эште тиҙ генә яйға һалып булмаясаҡ, әммә әленән үк ниндәйҙер йүнәлештәр билдәләү ҙә яҡшы. Шул уҡ ваҡытта РФ Президентты Владимир Путин ҡул ҡуйған ”РФ-ның 2024 йылға тиклем милли маҡсаттар һәм стратегик мәсьәләләр үҫеше” Указын да онотмайыҡ, тап унда экологик хәлде яҡшыртыу тураһында һүҙ бара. Уның буйынса, Хөкүмәткә 2018 йылдың 1 ғинуарына тиклем теркәлгән сүплектәрҙе таҙартыу маҡсаты ҡуйылған. Ә сәнәғәткә килгәндә, ташларға ярамаған ҡалдыҡтарҙы икенсел эшкәртеүгә индереү өсөн мөмкинлектәр булдырылырға тейештер.