Әлеге мәлдә пенсияларҙы һәм башҡа социаль түләүҙәрҙе финанслау тулы күләмдә тамамланған.
26 декабрҙән киләһе йылдың ғинуарының беренсе декадаһын финанслау башланған.
«Яңы йылда пенсия таратыу 3 ғинуарҙан башлана һәм почта элемтәһе ойошмаларының эш режимына бәйле башҡарыла. Байрам һәм ял көндәрендә таратыуҙың аныҡ датаһы декабрь пенсияһы квитанцияларында күрһәтелгән. 9 ғинуарҙан пенсия ғәҙәти график буйынса тапшырыла», — тип хәбәр итте Рәсәй Пенсия фондының Башҡортостан буйынса бүлексәһе идарасыһы Фоат Хантимеров.
Уның һүҙҙәренсә, 12-һендә һәм 13-өндә пенсия алырға тейешлеләр өсөн банктарға аҡса ваҡытынан алда — 11 ғинуарҙа күсерелә. Артабан —«килешеүҙәрҙә билдәләнгән ваҡытта».
Әле республикала 1 миллион 200 мең пенсионер иҫәпләнә.
http://www.bashinform.ru/news/1256133-na-pensionnoe-obespechenie-zhiteley-bashkirii-v-2018-godu-napravleno-bolee-201-mlrd-rubley/