Документҡа ярашлы, Башҡортостан 238,3 миллион һум алды. Тәбиғи характерҙағы ғәҙәттән тыш хәлдәр һөҙөмтәһендә килтерелгән зыянды компенсациялауға субсидиялар республика ауыл хужалығы етештереүселәре иҫәбенә йүнәлтелгән дә инде.
Быйыл яҙғыһын һәм йәйгеһен төбәктең ҡайһы бер райондарында һауала һәм тупраҡта ҡоролоҡ, ҡыуан ел, ҡойма ямғыр һәм боҙ-борсаҡ күҙәтелде. Хәүефле агрометеорология күренештәре теркәлгән 19 район һәм Күмертау ҡалаһы биләмәһендә ғәҙәттән тыш хәл режимы индерелде. Дөйөм алғанда, 105,6 мең гектар майҙанда төбәктең 223 ауыл хужалығы предприятиеһы сәсеүлеге зыян күрҙе.
http://www.bashinform.ru/news/1257356-agrarii-bashkirii-poluchat-bolee-238-mln-kompensatsii-ushcherba-iz-za-chrezvychaynoy-situatsii/