Ашҡаҙар
+2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәнәғәт һәм иҡтисад
10 Ғинуар 2019, 15:09

Башҡортостанда мәшғүллек хеҙмәттәрен яңыртыуҙың пилот проекты башлана

2019 йылда 16 төбәктә, шул иҫәптән Башҡортостанда мәшғүллек хеҙмәттәре эшен берҙәм талаптар буйынса ойоштороуҙың пилот проекты башлана.

1 июлгә тиклем илдең Хеҙмәт һәм мәшғүллек буйынса федераль хеҙмәте һәм Хеҙмәт министрлығы биналарға, эш регламентына, ҡабаттан уҡытыу программаларына һәм уларҙың хеҙмәткәрҙәрен мотивациялауға берҙәм талаптарҙы билдәләгән халыҡ мәшғүллеге үҙәге стандартын әҙерләргә һәм раҫларға тейеш. Мәшғүллек үҙәктәре биналарын ремонтлауға, эш урындарын йыһазландырыуға һәм хеҙмәткәрҙәрҙе ҡабаттан уҡытыуға аҡса төбәктәргә федераль ҡаҙнанан бүленә.
Быйыл бер төбәктең мәшғүллек үҙәктәрен яңыртыуға бюджет сығымдары уртаса 39,5 миллион һум тәшкил итер тип баһалана.
Башҡортостандан тыш, тәжрибә үткәреү күҙалланған төбәктәр исемлегенә Тула, Төмән, Белгород, Калуга, Рязань, Һарытау, Свердловск, Һамар, Түбәнге Новгород өлкәләре, Татарстан, Мордовия, Сыуашстан, Краснодар, Пермь һәм Ставрополь крайҙары инде.
http://www.bashinform.ru/news/1259037-v-bashkirii-startuet-pilotnyy-proekt-modernizatsii-sluzhb-zanyatosti/
Читайте нас: