Ашҡаҙар
+11 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәнәғәт һәм иҡтисад
15 Ғинуар 2019, 12:39

Һанлы телевидение инмәгән зонала 160 мең кеше йәшәй

3 июндә Башҡортостанда аналоглы тапшырыу туҡтатыла. Бөгөн республикала һанлы тапшырыуға йәлеп итеү — 95%. Шуның менән бергә Башҡортостандың 691 тораҡ пункты һанлы телевидение зонаһына инмәй, тағы 475-е өлөшләтә инә.



Республика Хөкүмәтендәге кәңәшмәлә Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Борис Мелкоедов әйтеүенсә, әлеге тораҡ пункттарҙа 160 меңдән ашыу кеше йәшәй. Бындай тораҡ пункттарҙың күбеһе Белорет һәм Бөрйән райондарында. Ошо райондарҙың хакимиәт башлыҡтары һанлы тапшырыуға күсеүгә бәйле проблемаларҙы кәметергә мөмкинлек биргән саралар тураһында һөйләне.



«Һанлы тапшырыуға күсеү — ыңғай реформа, был 21 быуат. Ләкин беҙ ул хаҡта һөйләмәйбеҙ. Халыҡҡа ябай ғына итеп үҙгәрештең асылын һәм йөкмәткеһен аңлатырға кәрәк. Был бик позитив реформа. Күпселек халыҡ әлеге киңлеккә эләкмәй, беҙ финанс компенсацияһын тәҡдим итергә һөйләштек», — тине Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров.

Республиканың финанс министры вазифаһын башҡарыусы Лира Иғтисамова һүҙҙәренсә, ошо маҡсатҡа бюджетта 275 миллион һум ҡаралған, был аҡса спутник антенналарын ҡуйыуға һәм махсус приставкалар һатып алыуға йүнәлтелә. Башҡортостан юлдаш телевидениеһына килгәндә, уның тапшырыуы элекке күләмдә ҡала. Ошо каналды аналоглы тапшырыуҙа ҡараған тораҡ пункттарҙа махсус антенналар һатып алыуҙы һәм ҡуйыуҙы күҙ уңында тоторға кәрәк.


Радий Хәбиров фекер алышыу йомғаҡтары буйынса был темаға арналған тағы бер кәңәшмә уҙғарырға ҡушты. Уға тиклем халыҡ араһында әүҙем аңлатыу эштәре алып барылырға тейеш.


Федераль телеканалдарҙың һанлы тапшырыуға күсеү үҙенсәлектәре хаҡында «Башинформ» агентлығының махсус проектында уҡығыҙ.

Читайте нас: