Ашҡаҙар
-14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәнәғәт һәм иҡтисад
15 Ғинуар 2019, 12:33

Радий Хәбиров йәнә сүп-сар сығарған өсөн хаҡты төшөрөүҙе талап итте

Кисә Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров йәнә яңы коммуналь хеҙмәт — сүп-сар сығарған өсөн хаҡты кәметеүҙе талап итеүе хаҡында иҫкә төшөрҙө.

Уның фекеренсә, ҡалала түләү — 70, ә элек сүп-сар йыйыу системаһы ойошторолмаған тораҡ пункттарҙа 35 һумдан артмаҫҡа тейеш.

«Был һандарҙы — 70-те һәм 35-те социаль-иҡтисади, халыҡтың социаль хәленән сығып атаным. Мине ишетегеҙ. Башҡа һандарҙы ҡабул итмәйем», — тине Радий Хәбиров.

Башҡортостанда ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары менән эш итеү буйынса яңы коммуналь хеҙмәт өсөн иҫәп 25 ғинуарҙан килә башлай. Ләкин әле үк идара итеүсе компанияларҙан яңы хеҙмәт өсөн хаҡ яҙылған түләү ҡағыҙҙарын алыу осраҡтары бар.

«Кемдер аҡса алырға ашыға, күрәһең. Был законға ҡаршы, бындай хәлдәрҙе принципиаль ҡарайбыҙ, ҡырҡа бөтөрәбеҙ, башҡаса бер кем дә икенсе улай эшләмәһен өсөн. Ошондай икеләтә түләүҙәрҙе булдырмау маҡсатында быны махсус контролгә ҡуйыуҙы һорайым», — тип билдәләне Радий Хәбиров.

Бынан тыш, төбәк етәксеһе район хакимиәттәре башлыҡтарына 2019 йылдың аҙағына тиклем барлыҡ тораҡ пункттарҙы контейнер майҙансыҡтары менән тәьмин итергә ҡушты. Уның һүҙҙәренсә, республика уларҙы әҙерләү сығымдарын ҡапларға әҙер. Әлеге ваҡытта 10 меңдән ашыу контейнер майҙансыҡтары, шулай уҡ 20 меңдән күберәк контейнер кәрәк.

Радий Хәбиров Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры урынбаҫары Нияз Фазыловты республикала ҡалдыҡтар менән эш итеү өлкәһендә реформаны тормошҡа ашырыуҙы контролдә тотоу өсөн яуаплы итеп тәғәйенләне.

25 ғинуарҙан төбәктә ауыл биләмәләре башлыҡтары менән кәңәшмәләр үткәрелә башлай. Унда ағымдағы хәлде һәм ошо йәһәттәге мәсьәләләрҙе тикшереү күҙаллана.

Читайте нас: