Автомобилселәр номерҙы милексе йәшәгән төбәктең коды менән алырға бурыслы: ағымдағы йылдың 4 авгусында «Транспорт сараларын дәүләт теркәүе тураһында» законында тейешле яңылыҡ үҙ көсөнә инә. Әле машинаны икенсе төбәктә һатып алырға һәм элекке номерҙы ҡалдырырға мөмкин.
ЮХХДИ-да иҫәпләүҙәренсә, яңы саралар юл фажиғәләре статистикаһын анығыраҡ анализларға һәм төбәктәрҙә юл-транспорт дисциплинаһы торошон фаразларға мөмкинлек бирергә тейеш.
http://www.bashinform.ru/news/1263151-rossiyan-obyazhut-registrirovat-mashiny-po-mestu-svoey-propiski/