Ашҡаҙар
+4 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Сәнәғәт һәм иҡтисад
21 Ғинуар 2019, 13:06

Республикала уртаса хеҙмәт хаҡы 33 мең һумдан ашты

Башҡортостанда хеҙмәткәрҙәрҙең, шул иҫәптән бәләкәй эшҡыуарлыҡ ойошмаларында уртаса эш хаҡы 2018 йылдың йылдың ноябрендә 33 137 һумға етте. 2017 йылдың ноябренә ҡарағанда, был 8,3 процентҡа күберәк. Республикала реаль эш хаҡы, 2017-нең ноябре менән сағыштырғанда, 4,4 процентҡа артты, тип хәбәр иттеләр Башҡортостанстатта.

Статистиктар мәғлүмәте буйынса, 2018 йылдың 11 айында төбәктә уртаса хеҙмәт хаҡы 32 405 һум тәшкил итте. 2017 йылдың ғинуар-ноябре менән сағыштырғанда, был 9,2 процентҡа күберәк.
Республикала иң ҙур сығымдар, ғәҙәттәгесә, кокс һәм нефть продукттарын етештереүгә тура килде — айына уртаса 75 350 һум.
2018 йылдың ғинуар-ноябрендә файҙалы ҡаҙылмалар сығарыу өлкәһендә уртаса эш хаҡы 58 149 һум тәшкил итте.
Өсөнсө урында — химик матдәләр һәм химик продукттар етештереү мәшғүл хеҙмәткәрҙәр — уртаса 48 261 һум.
Башҡортостанда иң ҙур хеҙмәт хаҡы алған тәүге бишәү иҫәбенә профессиональ, ғилми һәм техник эшмәкәрлек менән мәшғүлдәр ҙә инде — айына 45 628 һум.Финанс һәм страховкалау өлкәһе хеҙмәткәрҙәренең уртаса эш хаҡы аҙыраҡ — 43 720 һум.
Киреһенсә, 2018 йылдың 11 айы йомғаҡтары буйынса республикала күн һәм күн әйберҙәр етештереү менән мәшғүлдәр бөтәһенән дә аҙыраҡ алды — 13 045 һум. Йыһаз эшләү менән шөғөлләнгәндәрҙең уртаса хеҙмәт хаҡы юғарыраҡ — уртаса 13 680 һум.
http://www.bashinform.ru/news/1263022-srednyaya-zarplata-v-bashkirii-prevysila-33-tysyachi-rubley/
Читайте нас: