Уны ойоштороусы булып Һиндостандың Сауҙаға булышлыҡ итеү советы, Сауҙа һәм аҙыҡ-түлек сәнәғәте министрлығы сығыш яһаны. Күргәҙмә Һиндостандың иң яҡшы 500 аҙыҡ-түлек етештереүсеһен һәм 800-гә яҡын халыҡ-ара байерҙарҙы — 80 илдән күмәртә компаниялары, донъя супермакеттары, магазиндары, дөйөм туҡланыу предприятиелары вәкилдәрен йыйҙы. Һиндостандан аҙыҡ-түлек экспортын киңәйтеү өсөн ойошторолған күргәҙмәгә Рәсәйҙән 70 эшҡыуар барҙы, ә Башҡортостан вәкилдәре унда иң ҙур төбәк делегацияһы булды.
Һиндостанда республика менән ҙур төбәк сауҙа селтәрҙәрен берләштергән Башҡортостан сауҙа ассоциацияһы ағзалары таныштырҙы.
Башҡортостан сауҙа ассоциацияһының башҡарма директоры Елена Кислицына фекеренсә, сәфәр һөҙөмтәле булды: Башҡортостан сауҙа селтәрҙәре бик күп B2B-осрашыуҙар үткәрҙе, Һиндостандан төрлө аҙыҡ-түлек, емеш-еләк, йәшелсә, тәмләткестәр, сәй, балалар аҙығы етештереүселәр менән тура бәйләнештәрҙе яйға һалды, шуның һөҙөмтәһендә тиҙҙән Башҡортостан кәштәләрендә ошо илдән килтерелгән аҙыҡ-түлектең киң ассортименты барлыҡҡа килеүе мөмкин. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: башҡалар иҫәбендә Делиҙа Башҡортостан менән үҙенсәлекле делегат — «Камал» күмәртә фирмаһын ойоштороусы Джитендер Тивари таныштырҙы. Ул Һиндостанда тыуһа ла, бына 17 йыл инде Өфөлә йәшәй.
«Уҡыуымды тамамлағас, Рәсәйҙә йәшәргә ҡалдым, Өфөлә улым нефть университетын тамамлай, Башҡортостан минең икенсе тыуған илемә әүерелде, — ти ул. — Шуға күрә мин республикала, төньяҡта йәшәүселәрҙең Һиндостандан иң файҙалы ризыҡ, емеш-еләк һәм йәшелсәләрҙе артыҡ аралашсыһыҙ һатып алыу мөмкинлегенә эйә булыуын теләйем. Шуның өсөн күргәҙмәлә һаманғаса Башҡортостан ҡалаларында һәм ауылдарында һирәк осраған гранат, манго, папайя һәм башҡа экзотик емеш-еләк етештереүселәр менән һөйләшеүҙәр үткәрҙем. Башҡортостандың иң яҡшы аҙыҡ-түлеген, атап әйткәндә, балды Һиндостанға оҙатыу хаҡында ла һүҙ алып барҙыҡ».
http://www.bashinform.ru/news/1263078-na-vsemirnoy-vystavke-v-indii-prezentovali-torgovyy-i-investitsionnyy-potentsial-bashkirii/