Ашҡаҙар
-9 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Сәнәғәт һәм иҡтисад
23 Ғинуар 2019, 12:14

Башҡортостан беренсе балаһы тыуған ғаиләләргә түләү өсөн 2,6 миллиард һум ала

Башҡортостан тәүге балаһы тыуған ғаиләләргә түләү өсөн федераль бюджеттан 2,6 миллиард һум аҡса ала, тип хәбәр итә республиканың Хеҙмәт министрлығы. Шулай уҡ өсөнсө һәм артабанғы балаларға айлыҡ пособиелар түләнә. Ошо маҡсатҡа 2019 йылда ике кимәлдәге бюджеттан 752 миллион һум бүленде (650 миллионы – федераль ҡаҙнанан, 102 миллионы – республиканан).

Беренсе бала тыуғанда айлыҡ түләү быйыл 9182 һум тәшкил итә (2018 йылда 8892 һум ине). Ул ғаиләнең уртаса килеме уның һәр ағзаһына 14 328 һум булған осраҡта тәғәйенләнә (2018 йылда —14 247 һум) һәм бала йәш ярымға еткәнсе түләнә.
Быйыл тыуған өсөнсө һәм артабанғы бала өсөн айлыҡ аҡсалата түләүҙең күләме элеккесә ҡала – 8993 һум, пособие өс йәшкәсә түләнә. Түләүгә йән башына уртаса килеме 8975 һумдан артмаған ишле ғаиләләр хоҡуҡлы (әлеге мәлдә республикала балалар өсөн билдәләнгән йәшәү минимумы дәүмәле шундай).
2019 йылдың 1 ғинуарына мәғлүмәттәр буйынса, республикала 5 709 ғаилә 2018 йылда тыуған йәки балалыҡҡа алынған беренсе бала өсөн пособие юлланы. Түләүҙең дөйөм суммаһы 384,2 миллион һум тәшкил итте.
Әле төбәктә 5 меңдән ашыу ғаилә 2018 йылда өсөнсө йәки артабанғы булып тыуған балалар өсөн пособие ала. Пособиеның ошо төрө буйынса түләүҙең дөйөм суммаһы 367,7 миллион һум тәшкил итте.
http://www.bashinform.ru/news/1263849-bashkiriya-poluchit-na-vyplaty-dlya-semey-s-perventsami-2-6-mlrd-rubley/
Читайте нас: