Ашҡаҙар
-14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәнәғәт һәм иҡтисад
31 Ғинуар 2019, 14:55

Башҡортостандың агросәнәғәт комплексы 40 миллиард һумғаса льготалы кредит йәлеп итергә ниәтләй

Быйыл Башҡортостандың ауыл хужалығы предприятиелары 40 миллиард һумғаса — 2018 йылға ҡарағанда (22 миллиард) ике тапҡырға тиерлек күберәк льготалы кредит йәлеп итергә ниәтләй. Күләмдең артыуы республикала агросәнәғәт комплексы өлкәһендә күләмле инвестиция проекттарын ғәмәлгә ашырыуға бәйле, тип асыҡлыҡ индерҙеләр Ауыл хужалығы министрлығында.


Агросәнәғәт комплексын 5% ставка буйынса кредитлау программаһы 2017 йылда башланды, тәүге йылда льготалы займдар суммаһы 11 миллиард һум тәшкил итте.


Ауыл хужалығы министрлығы иҫәпләүҙәре буйынса, ағымдағы сәсеү кампанияһын уҙғарыуға төбәккә яҡынса 11 миллиард һум кәрәк, был сумманың яртыһынан — ашыуы заем аҡсаһы. Былтыр сәсеү һәм урып йыйыу кампанияларын үткәреүгә, мал аҙығын әҙерләүгә сығымдар 15,4 миллиард һумға баһаланды, шуның 9 миллиарды заем аҡсаһы ине.

Читайте нас: