Отелдә Европаның Crowne Plaza офисы вәкиле эште тамамлай, һуңынан 20 йылға франшиза килешеүе төҙөлөргә тейеш. «Яҡынса килешеүгә йыл аҙағында ҡул ҡуйылды», — тип билдәләне баҫма әңгәмәсеһе.
Sheraton Ufa отеле Башҡортостандың баш ҡалаһында 2015-2018 йылдарҙа эшләне һәм Өфөлә «биш йондоҙло» берҙән-бер отель ине. Яңы брендҡа күсеү февралдә тамамлана.
2019 йылдың 1 ғинуарынан отель ваҡытлыса Congress Hotel Ufa тип атала. «Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, 2018 йылдың 31 декабрендә ҡунаҡхана хужаһы — «Гранель» төркөмөнөң 2015 йылда Sheraton селтәре менән төҙөгән франчайзинг килешеүенең ғәмәлдә булыуы ваҡыты сыҡты.
Sheraton Ufa 2015 йылда ШОС һәм БРИКС саммиттарына төҙөлдө, 2015 йылдың 1 июнендә асылды. Проектҡа аҡса һалыу 2 миллиард һумға баһаланды. Ҡунаҡхана фондында «делюкс»тан «президент люкс»ҡа тиклем 161 номер, шулай уҡ саралар һәм тантаналар уҙғарыу өсөн 12 зал бар.
http://www.bashinform.ru/news/1266864-ufimskiy-sheraton-budet-rabotat-pod-brendom-crowne-plaza/