Ашҡаҙар
+11 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәнәғәт һәм иҡтисад
1 Февраль 2019, 15:40

Башҡортостанда ветеран-блокадасыларға юбилей билдәләре һәм 7000 һум аҡса бирелә

Башҡортостанда «Ленинградты обороналаған өсөн» һәм «Блокадалы Ленинградта йәшәүсе» миҙалдарын алған 118 ветеранға Ленинград ҡамауын өҙөүгә 75 йыл тулыу уңайынан Санкт-Петербург хакимиәтенән юбилейлы иҫтәлекле билдәләр бирелә.

Республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн Өфөлә – 71, Стәрлетамаҡта һәм Октябрьскийҙа – бишәр, Салауатта – дүрт, Белорет һәм Иглин райондарында – өсәр, Әлшәй, Баҡалы, Дәүләкән, Илеш, Миәкә, Туймазы райондарында һәм Сибай ҡалаһында икешәр ветеран-блокадасы бар. Архангел, Асҡын, Бәләбәй, Бөрө, Благовар, Ишембай, Мәләүез, Мәсетле, Өфө, Учалы райондарында, шулай уҡ Ағиҙел, Күмертау һәм Нефтекама ҡалаларында «Ленинградты обороналаған өсөн» миҙалы йә иһә «Блокадалы Ленинградта йәшәүсе» билдәһе менән бүләкләнгән берәр ветеран йәшәй.
Петербург хакимиәте ҡарарына ярашлы, юбилей датаһы айҡанлы һәр ветеран-блокадасыға төньяҡ баш ҡала бюджетынан 7000 һум аҡса тапшырыла.
http://www.bashinform.ru/news/1268217-veterany-blokadniki-iz-bashkirii-poluchat-yubileynye-znaki-i-7-tysyach-rubley/
Читайте нас: