Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәнәғәт һәм иҡтисад
11 Февраль 2019, 10:49

Республика автомобилдәренең күбеһе кредитҡа һатып алына

Кредиттар тарихының милли бюроһы мәғлүмәттәренә ярашлы, 2018 йылда Башҡортостанда йәшәүселәр автомобиль һатып алыу өсөн 24 миллиард 46 миллион һум аҡса алған.

Автокредиттарҙың күләме 2017 йыл менән сағыштырғанда (19 миллиард 720 миллион һум) 22% артҡан. Был күрһәткес менән республика ҙур суммалағы автокредиттары булған биш төбәк иҫәбендә ҡала.
Мәскәү (69 миллиард һумдан ашыу), Санкт-Петербург (46 миллиард), Мәскәү өлкәһе (44,5 миллиард), Татарстан (26,8 миллиард) Башҡортостанды уҙып китте.
Дөйөм алғанда, былтыр автокредитлау баҙары 602 миллиард һум ине — 2017 йыл менән сағыштырғанда (500 миллиард) 20% күберәк. Рейтинг Кредиттар тарихының милли бюроһына мәғлүмәттәр тапшырған 4200 кредитор мәғлүмәтенә таянып төҙөлгән.
Бюро мәғлүмәттәренә ярашлы, кредит машиналарының өлөшө һатылған автомобилдәрҙең дөйөм һанынан 50% ашыу тәшкил итә.
http://www.bashinform.ru/news/1271336-zhiteli-bashkirii-vzyali-avtokreditov-na-24-mlrd-rubley/
Читайте нас: